Айҙы уртаға ярыу

Айҙы уртаға ярыу

Бер үк ваҡытта мөшриктәр һаман да Пәйғәмбәрҙән ﷺ мөғжизә (пәйғәмбәрлек билдәһе) күрһәтеүен талап итә: «Һин беҙгә, Аллаһтың бөтә илселәре лә халыҡҡа үҙҙәренең пәйғәмбәрлек билдәһен (мөғжизә) күрһәткән, тип һөйләнең. Муса пәйғәмбәрҙең таяғы булған, Сәлих пәйғәмбәрҙең − дөйәһе, Ғайса пәйғәмбәр үлеләрҙе терелткән. Бына һин дә, улар һымаҡ, беҙгә мөғжизә күрһәт. Шул саҡта, бәлки, һиңә иман килтерербеҙ».

 

Ҡорайыштарҙың ҡайһылары, мыҫҡыллы көлөп, эргәләге тауҙарҙы алыҫҡараҡ этеп ҡуйыуын талап итә. Икенселәре, Мәккә аша йылға ағыҙ, ти. Өсөнсөләр иһә, ата-бабаларынан берәйһен терелтергә тәҡдим итә. «Шул ваҡытта һиңә иман килтерербеҙ», − тиҙәр

Бер ваҡыт ҡорайыштар Пәйғәмбәргә ﷺ төндә килә һәм: «Әгәр һин беҙҙең һинең Пәйғәмбәр ﷺ икәнлегеңә ышаныуыбыҙҙы теләйһең икән, күрһәт берәй мөғжизә», − тигәндәр. Ул төндә тулы ай була һәм Пәйғәмбәр уларға: «Әгәр айҙы ике өлөшкә бүлһәм, миңә ышанырһығыҙмы», − тип һорай. Тегеләр, эйе, ти. Пәйғәмбәр ﷺ бармағы менән айға күрһәтә, һәм ай икегә айырыла. Уның бер өлөшө Әбүкүбәйс тауы өҫтөндә эленә, ә икенсеһе − Ҡаайҡаан тауы башында. Шунда Пәйғәмбәр ﷺ: «Ошо хәлгә шаһит булығыҙ!» − ти.

Икегә бүленгән ай ике урында ике сәғәттән ашыу эленеп тора. Пәйғәмбәрлек билдәһе булған күренешкә шаһит булһалар ҙа, кафырҙарҙың береһе лә ислам ҡабул итмәй. Улар, күренешкә шаҡ ҡатып ҡалғандан һуң, иҫтәренә килә башлағас, бер-береһен, был бит сихыр, тип ышандыра башлайҙар. Шулай ҙа берәүһе: Мөхәммәдтең ﷺ бөтә кешеләрҙе лә сихырлай алыуы мөмкин түгел, шуға күрә ошо ваҡытта юлда булған кешеләрҙән һорашырға кәрәк», − ти. Кемдән генә һорашмаһындар, бөтәһе лә шул төндө уртаға ярылған айҙы күреүҙәре хаҡында әйтә. Ләкин үҙҙәренең тәкәбберлегендә һәм наҙанлығында ныҡ торған ҡорайыштар Мөхәммәдтең ﷺ ысын пәйғәмбәр булыуына ышанмай.

 

Ғәрәп ырыуҙары араһында исламға өндәү

Аллаһу Тәғәлә халыҡты асыҡтан-асыҡ исламға саҡырырға ҡушҡандан һуң, Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ кешеләрҙең күпләп йыйылған урындарында була башлай. Улар менән йыш әңгәмә ҡора, исламдың асылын аңлата һәм Ҡөрьән аяттарын уҡый. Хаж ҡылғандан һуң, баҙарҙарға ағылыусы төрлө тарафтарҙан килгән, төрлө ырыу вәкилдәре булған хажиҙарға Пәйғәмбәр айырым иғтибар бүлә, вәғәздәр һөйләй. Ошо маҡсат менән ул Бану Сасаа, Бану Әмир, Бану Мухариб, Бану Фәзәрә, Бану Ғәссән, Бану Муррат, Бану Хәнифә, Бану Сөләйм, Бану Әүс, Бану Наср, Бану Кәғб, Бану Киләб һәм башҡа бик күп ырыу кешеләре менән осраша. Был ырыуҙарҙың бер генә кешеһе лә ислам ҡабул итергә ризалашмай. Берәүҙәре әҙәпле генә баш тартҡан, икенселәре үҙҙәренә файҙа килтерә торған шарт ҡуя, өсөнсөләре: «Әгәр һинең динеңде хатта һине иң яҡшы белгән үҙеңдең туғандарың ҡабул итмәгән икән, нишләп беҙ ҡабул итергә тейеш?» − тиҙәр.

 

 

Бер ваҡыт ҡорайыштар, Пәйғәмбәрҙе һынамаҡ булып, янына киләләр ҙә: «Үҙеңдең Аллаһыңдан һора әле, Сафа тауын алтынға әйләндерһен. Шунан һуң беҙ һиңә иман килтерәсәкбеҙ», − тиҙәр. Пәйғәмбәр ﷺ: «Шулай эшләйәсәкһегеҙме?» − тип һорай. Тегеләр үҙҙәренең аҫтыртын уйын йәшереп: «Эшләйәсәкбеҙ», − ти.

Пәйғәмбәр ﷺ Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итә. Уның янына Ябраил фәрештә килә һәм былай ти: «Аллаһу Тәғәлә һиңә сәләм ебәрҙе һәм әйтергә ҡушты: «Әгәр һин улар өсөн Сафаның алтынға әйләнеүен теләйһең икән, шуны бел: бынан һуң да кем иман килтермәй, Мин уларға быға тиклем булмаған яза ебәрәсәкмен. Йәки, әгәр һин теләһәң, Мин уларға мәрхәмәт һәм тәүбә ишектәрен асасаҡмын».

Үҙенең ырыуҙаштарын йәлләп, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Тәүбә һәм мәрхәмәт ишектәрен асығыҙ», − тип яуап бирә

 

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ» китабынан

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...