Әҙәптәр

Әҙәптәр

Әҙәптәр
  1. Ғибәҙәт ҡылыусының әҙәбе

- Ваҡытты дөрөҫ итеп сарыф итеү.

- Зекер аңлайышлы булырға тейеш.

- Күҙҙәр гел еүеш (илауҙан) булырға тейеш.

- Тәҡүә хәлендә булыу.

- Башты эйелгән килеш тотоу.

- Күҙҙәрҙе хәрәм әйберҙәргә ҡарауҙан һаҡлау.

- Йөрәктәге ярамаған уйҙарҙан арыныу.

- Дин тураһында фекерләү.

- Һәр мәлде контролдә тотоу.

- Йыш ураҙа тотоу.

- Төнөн уянып, ғибәҙәт ҡылыу.

- Өйҙә бар шикле әйберҙәрҙән һаҡланырға.

- Әҙ ашарға һәм әҙ эсергә.

- Әжәлдең етеүен көтөргә.

- Дуҫтар араһында ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә тырышыу.

- Нәфсенең теләгәненә ирек бирмәү.

- Ваҡытында намаҙҙарҙы үтәү.

- Үҙеңдең рухи торошоңдоң яҡшырыуы йәки насарайыуы тураһында белеү.

- Үҙеңдең хәлең тураһында ғына белеү, ҡалғандарҙың эске хәле (рухи торошо) менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа.

 

  1. Яңғыҙ ҡалған саҡта әҙәп ҡағиҙәләре

- Дини һорауҙарҙы яҡшы үҙләштереү.

- Намаҙҙы үтәү, ураҙа тотоу, зәкәтте түләү һәм хажды дөрөҫ ҡылыу нигеҙҙәрен белеү.

- Кешеләрҙе үҙеңдең насар холоҡтарыңдаң ҡурсалау ниәте менән уларҙан ҡасыу.

- Йома намаҙын ҡалдырмау һәм бөтә биш намаҙҙы мәсеттә үтәү.

- Йыназа намаҙында ҡатнашыу (был ирҙәр өсөн)

- Ауырыуҙарҙың хәлен белергә.

- Буш хәбәр менән ваҡытты сарыф итмәҫкә.

- Кешеләр тураһында насар уйға килтерә торған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынмаҫҡа.

- Кешеләрҙән ярҙам көтмәҫкә һәм үҙеңде нимәнәндер бәйле хәлгә ҡалдырмаҫҡа.

- Даими рәүештә түбәндәге өс шөғөл менән мәшғүл булырға: намаҙ үтәргә, ғилемдең ниндәйҙер темаһын өйрәнергә, китап уҡырға йәки ҡалғандарҙы уҡытырға йәки, гонаһ ҡылмаҫ өсөн, йоҡлап ҡотолорға.

- Аллаһты иҫкә алыуҙы көндәлек ғәҙәт итеп алырға.

- Һуңғы көндәреңә тиклем Аллаһҡа шөкөр итергә.

- Әгәр ҙә ғаиләң булһа, улар менән аралашырға.

- Яңғыҙ сағыңда бар булған көсөңдө билдәле кимәлгә барып етер өсөн сарыф итергә тырышырға.

 

  1. Суфыйҙың әҙәптәре

- Күрһәтмәләрҙе әҙ биреү (башҡаларға).

- Шәриғәткә ҡаршы килгән һүҙҙе әйтмәү.

- Дини ғилемде онотмаҫҡа.

- Даими рәүештә хеҙмәт итергә.

- Һәр саҡ етди булырға.

- Яңғыҙ булырға, кеше араһында йыш булмаҫҡа.

- Кешенең иғтибарын йәлеп иткән кейем кеймәҫкә.

- Үҙеңде күҙәтеү.

- Аллаһҡа тәүәккәл ҡылырға.

- Ярлы булыуҙы хуп күреү.

- Аллаһты туҡтауһыҙ иҫкә алырға (эстән дә, тел менән дә)

- Үҙеңдең мөхәббәтеңде сер итеп һаҡлау.

- Кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу.

- Ҡаршы енес вәкилдәре менән аралашмаҫҡа.

- Даими рәүештә Ҡөрьән уҡырға.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...