Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәдтең Зәйд ибне Харисты уллыҡҡа алыуы

 

 

Кәлби ырыуынан Харис улы Зәйд әсәһе менән Шәмгә туғандарына барырға сыға. Юлда уларҙы юлбаҫарҙар әсиргә ала. Улар Зәйдте Указ тип аталған данлыҡлы ғәрәп баҙарында һатып ебәрә. Уны дүрт дирһәм аҡсаға Хәҙисәнең туғаны Хәким ибне Хизам һатып ала һәм Хәҙисәгә бүләк итә. Хәҙисә иһә, үҙ сиратында, уны үҙенең иренә бүләк итә.

 

Мөхәммәд ﷺ Зәйдте шунда уҡ ҡоллоҡтан азат итә һәм уға үҙҙәрендә йәшәргә рөхсәт бирә, сөнки малайҙың барыр урыны булмай. Зәйд, Мөхәммәдтең ﷺ үҙенә яҡшы мөнәсәбәтен һиҙеп, тиҙ арала уға эҫенә. Ул был ғаиләлә бер ниндәй кәмһетелеү һиҙмәй һәм бөтә күңеленән уларҙы ярата.

Улының яҙмышы тураһында хәбәр Харисҡа барып етеү менән, атай кеше үҙенең ҡустыһы менән Мәккәгә килә. Харис Мөхәммәдкә ﷺ: «Эй, ҡорайыштарҙың хөрмәтле кешеһе, күпме аҡса һораһаң да − түләйем, улымды миңә ҡайтар», − ти. Хәбибуллаһ ﷺ (Аллаһтың Яратҡаны) ихтирам һәм яғымлылыҡ менән: «Әгәр Зәйд һеҙҙең менән ҡайтырға теләй икән − уның ихтыярында. Мин уны тотмайым. Ә аҡса миңә кәрәкмәй», − ти. Шунан Зәйдкә: «Һине алырға килгәндәр. Теләйһең икән, улар менән китә алаһың, әгәр минең менән ҡалырға теләһәң, ҡал», − ти. Зәйд иһә: «Һеҙ минең өсөн атай ҙа, ағай ҙа булдығыҙ. Мин һеҙҙе бер кемгә лә алыштырмайым», − ти. Зәйдтең атаһы улына үпкәләп: «Һин үҙеңдең ата-әсәңде ят ерҙәге ҡоллоҡҡа алмаштыраһыңмы?» − ти. «Атай, − ти Зәйд, − Мөхәммәд миңә ныҡ һәйбәт мөнәсәбәттә, ул бик кешелекле, һәм мин уны ташлай алмайым», − ти. Шулай итеп, Зәйд үҙенең яратҡаны− Мөхәммәд ﷺ менән ҡала.

Бер ваҡыт Пәйғәмбәр ﷺ Зәйдте Ҡәғбәгә алып килә һәм унда йыйылған халыҡҡа: «Шаһит булығыҙ: Зәйд − минең улым. Ул − минең вариҫым», − ти. Шунан һуң уны, Зәйд ибне Мөхәммәд (Мөхәммәд улы Зәйд), тип йөрөтә башлайҙар.

Әммә һуңыраҡ, Аллаһ, улды үҙ атаһының исеме менән атарға ҡушып, Ҡөрьән аяты ебәргәс, Зәйдкә яңынан, «Зәйд ибне Харис» тип, үҙ атаһының исеме менән өндәшә башлайҙар.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...