Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ

ХӘЛИМӘ – МӨХӘМӘДТЕҢ ИМСӘК ИНӘҺЕ

 

Мәккә халҡының шундай ғәҙәте була, улар яңы тыуған балаға имсәк инәһен бәҙүән ҡатындарынан яллар булғандар. Ҡала мөхитендә үҫкән балалар көсһөҙ һәм ауырыу була, тип иҫәпләнгәндәр, сүллектә улар көслө, сыҙамлы, оҫта телле булып тәрбиәләнгәндәр. Мәккәгә йыл һайын тирә-яҡтағы ҡатындар имеҙергә бала алыр өсөн йыйылған. Ата-әсәләр имеҙеүселәргә бик яҡшы түләгән. Мөхәммәдте әсәһенән һуң, Әбү Ләһәб ҡоллоҡтан азат иткән Сүвәйбә исемле ҡатын имеҙгән. Ул элек Мөхәммәдтең ике туған ағаһы Хәмзәне лә имеҙгән булған, шуға күрә улар үҙ-ара имсәктәш тә булып һанала.

 

Ҡоролоҡ йылы булғанға күрә, ул йылды Мәккәгә аҡса эшләр өсөн Бану Сәғид ҡәбиләһенән имеҙеүселәр айырыуса күп килә. Ғәрәптәр араһында ул ҡәбилә затлы булып һаналған. Улар ҡыйыу, ғәҙел һәм йомарт булыуҙары менән айырылып торған һәм ғәрәп телендә таҙа һөйләшкәндәр.

Мөхәммәд ﷺ етем булғанға күрә, түләү хаҡы юғары булмаҫ, тип, имеҙеүселәр араһынан уны берәү ҙә алырға теләмәй.

Аллаһ тарафынан Мөхәмәдте ﷺ имеҙеү бәхетенә эйә булған Хәлимә Әбүҙүәйбә ҡыҙы аҙаҡ шулай тигән: «Минең менән булған бар ҡатындар, Аллаһ менән ант итәм, үҙҙәренә имеҙергә бала һайлап алдылар, мин өлгөрмәй, балаһыҙ тороп ҡалдым. Шунан, кире ҡайтырға йыйынғанда, иремә: «Билләһи (Аллаһ менән ант итәм), минең балаһыҙ ҡайтҡым килмәй. Ҡана, теге етемде алайым әле», – тинем. Ирем: «Мин ҡаршы түгел. Бәлки, шул бала аша Аллаһ беҙгә бәрәкәтен еткерер, бәхетле итер», – тине. Башҡа балалар булмағас, мин Мөхәммәдте ﷺ алырға булдым. Уны ҡулыма алып, ырыуҙаштар эргәһенә килдем. Шунда уҡ уны имеҙә генә башлағайным, күкрәгемдә һөт күбәйеп, уға ла һәм улыма ла етте. Быға тиклем минең күкрәк һөтөм шул тиклем аҙ була торған ине, хатта улым ас ҡалып, төнө буйы илап сығыр ине. Ул төндө ике бала ла ҡаты йоҡлап китте. Беҙҙең менән булған ҡарт дөйәнән шул уҡ төндә күп итеп һөт һауып алдыҡ. Һөҙөмтәлә, ирем менән икебеҙ ҙә туҡ булдыҡ.

Иртәнсәк ирем: «Билләһи, был бала беҙгә бәрәкәт килтерәсәк», – тине. «Минең дә шундай өмөтөм бар», – тип яуапланым. Мин Мөхәммәд ﷺ менән ишәккә атланып, юлға сыҡтым. Мәккәгә килгән саҡта, ул арыҡ ишәк ҡалғандарҙан артта ҡалып, саҡ аяғын һөйрәп килеп еткәйне. Кире ҡайтҡанда, ул барыһынан да алда сапты. Шул ваҡыттан алып, беҙҙең һарыҡтарыбыҙ кипкән ҡоро туғайҙарҙан елендәре тулып ҡайта башланы. Күршеләрҙең һарыҡтары элеккесә буш еленле булып ҡайтҡас, улар көтөүсегә: «Беҙҙең һарыҡтарҙы ла Хәлимәнең һарыҡтарын көткән ерҙә көтөгөҙ», – тип, шелтә белдерҙеләр. Мин ике йыл Мөхәмәдте ﷺ имеҙгән осорҙа Аллаһ беҙгә туҡтауһыҙ үҙенең рәхмәтен һәм бәрәкәтен ебәрҙе. Мөхәммәд ﷺ башҡа балаларҙан айырылып торҙо. Ул тик уң күкрәкте имде, һул күкрәкте тәҡдим иткәндә, баш тарта торған ине.

Ике йыл үткәс, баланы әсәһенә ҡайтарыр өсөн, кире Мәккәгә юлға сыҡтыҡ. Беҙгә уның менән айырылыуы ныҡ ауыр булды, сөнки шул ваҡыт эсендә уны ныҡ яраттыҡ, ул беҙҙең йөрәктең бер өлөшөнә әүерелде. Уның матур йөҙөн башҡа күрмәүебеҙгә ышанғы килмәй ине. Шуға күрә Мөхәммәдте ﷺ беҙҙә тағы бер аҙ ваҡытҡа ҡалдырһын өсөн, Әминәне өгөтләп: «Беҙ уны Мәккәлә холера менән сирләр тип ҡурҡабыҙ», – тип әйттек. Әминә оҙаҡ ҡына риза булманы, әммә беҙ ныҡышҡас, ризалығын бирҙе. Беҙ ҡәҙерле Мөхәммәдте ﷺ кире алып ҡайтып киттек».

Мөхәммәдте ﷺ дүрт йәшендә, Бану Сәғид балалары менән ҡуй малын көткән сағында, өс фәрештә уратып ала. Улар уның күкрәген асып, йөрәген сығаралар һәм унан ҡан төйөрөн алып ташлайҙар. «Бының менән иблис ҡулланыуы мөмкин», – тип әйтәләр. Шунан фәрештәләр уның йөрәген Зәм-зәм һыуы менән йыуып, кире урынына ҡуялар. Быны күргән һөт туғаны: «Мөхәммәдте ﷺ үлтерҙеләр!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра өйгә табан йүгерә. Өлкәндәр килеүенә ап-аҡ булған Мөхәммәдте ﷺ күргәс, ул малай менән тағы берәй хәл булып ҡуймаһын, тип ҡурҡып, Хәлимә менән ире Мөхәммәдте ﷺ кире әсәһенә ҡайтаралар. Был турала ышаныслы хәҙистә еткерелә.

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Еңеүселәр билдәләнде!

Алдағы һандарҙа Ҡөрьән уҡыу буйынса «Бәхет» онлайн-мәктәбе (етәксеһе Ләйсән Бәхтиева) үткәргән ғәрәп каллиграфияһы буйынса уҙғарылған конкурс тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм конкурста еңеүселәр билдәләнде.   Ойоштороусылар әйтеүенсә, Ҡөрьәнгә...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...


Нимә ул оялсанлыҡ?

Исламдағы «хая» (оялсанлыҡ) тигән төшөнсә бер ҡасан да кешене насарлыҡҡа этәрмәҫ. Дин ғалимдары әйтеүенсә, хая – ул Аллаһу Тәғәлә алдында йәки кешеләр алдында ғәйеп эш ҡылып ҡуйыуҙан ҡурҡыу сәбәпле, күңелдә тыуған баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ. Был күркәм, юғары әхлаҡи сифат кешенең күңел...