Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ

Үәхи килмәй башлағас, Мөхәммәд Пәйғәмбәр ﷺ борсола. Ислам ғалимдары, Пәйғәмбәрҙең ﷺ, ҡурҡыу арҡаһында тыуған тулҡынланыуы баҫылып, яңы асыштар алырға теләге уянһын өсөн, үәхи килеүе бер нисә көнгә туҡталып торған, тип яҙа.

 

Бер ваҡыт Аллаһ Рәсүле ﷺ, тау башына күтәрелгәс, күктән кемдеңдер: «Эй Мөхәммәд! Һин − Аллаһтың Илсеһе, ә мин − Ябраил», − тигән тауышын ишетә. Башын күтәреп ҡараһа, үҙенең асыл ҡиәфәтендә, ерҙән күккә тиклемге арауыҡтағы Ябраил фәрештәне күрә. Пәйғәмбәр ﷺ, шаҡ ҡатҡыс был күренештән хайран ҡалып, баҫҡан урынында ҡатып ҡала! Ҡайһы яҡҡа ҡарамаһын − бөтә ерҙә фәрештә! Аллаһ Рәсүле ﷺ, урынынан да ҡуҙғала алмай, фәрештә һыны юҡҡа сыҡҡансы, шулай баҫып тора.

Өйгә ҡайтҡас, Мөхәммәд ﷺ был мөжизәле күренеште Хәҙисәгә һөйләй. Хәҙисә: «Ҡыуан, Аллаһ менән ант итәм, һин был өммәттең пәйғәмбәре буласаҡһың», − ти.

Ошонан һуң Мөхәммәдтең ﷺ борсолоу һәм ҡурҡыу хистәре үтә, уның күңелендә үҙенең Ғаләмдәр Раббыһының Илсеһе ﷺ икәнлегенә ышаныс нығына. Ул яңы үәхи килеүен теләй, был теләк унда көсәйә, һәм Пәйғәмбәр ﷺ буласаҡ асыштарҙы күтәрергә әҙер була. Шунда уның янына Ябраил фәрештә яңынан килә.

 

 

Асыштарҙың яңынан килә башлауы

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сахих хәҙисендә яңынан үәхи килә башлауы тураһында былай тиелә: «Мин юлда китеп барғанда, күктән тауыш ишеттем һәм Хира тауындағы мәмерйәгә килгән фәрештәне күрҙем. Ул ер менән күк араһындағы тәхеттә ултырған кеүек ине. Мин ҡурҡышымдан ергә йығылдым. Шунан өйгә ҡайттым да, Хәҙисәгә: «Мине бөркәндер, бөркәндер!», − тинем. Хәҙисә өҫтөмә ябып, мине бөркәндерҙе. Шунан Аллаһу Тәғәлә ошондай аят ебәрҙе (мәғәнәһе): «Эй һин, кейеменә бөркәнгән! Тор ҙа өгөтлә! Раббыңды олола! Кейемдәреңде таҙала! Әшәкелектән ҡас!» Ошонан һуң егерме ике йыл һәм ике ай ҙа егерме ике көн Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ үәхиҙәр аша Изге Ҡөрьән төшөрөлә.

Үәхи килеүе Пәйғәмбәрҙә ﷺ төрлөсә сағыла. Ҡайһы берҙә уның йөҙө үҙгәрә, йәки ул ҡалтырана башлай һәм маңлайынан тир бәреп сыға. Ҡайһы саҡ тулыһынса был донъянан ситләшә, күҙҙәрен йома, ваҡыт-ваҡыт хырылдауға оҡшаш өн сығарып ала. Ябраил фәрештә Мөхәммәдкә ﷺ берсә кеше ҡиәфәтендә, берсә төшөндә, берсә ҡыңғырау тауышына оҡшаш тауыш менән килә. Тауыш менән килгән үәхи Пәйғәмбәр ﷺ өсөн иң ауыры була, бынан һуң уны көслө ҡалтырау ала. Әгәр ошо ваҡытта ул һыбай китеп барған булһа, хатта менгән дөйәһе вәхиҙең ауырлығынан ергә сүккән. Уның яҡын сәхәбәләре был хаҡта белгән һәм Пәйғәмбәрҙең ﷺ ихтыяр көсөнә хайран ҡалғандар.

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Иремде юғалттым

Ауыр хәлгә дусар булдым – ҡапыл ғына ҡәҙерле иремде юғалттым. Беҙ 30 йылдан ашыу бергә йәшәнек, бер-беребеҙҙе аңлап, пландар төҙөнөк. Барлыҡ хыялдар бер мәлдә өҙөлдө. Артабан нисек йәшәргә икәнен аңламайым.   Р., Колпино ҡалаһы   Дин белгесе яуабы Был донъяға килгән һәр кеше Аллаһу Тәғәлә...