Әҙәптәр

Әҙәптәр

 

Бында тәҡүәлек тураһында килтерелгән мәғлүмәттәрҙең барыһы ла өҫтән генә аңлатыла. Тулыраҡ «Ихйә ғүлүм әд-Дин» китабында уҡырға була.

 

Әгәр һин йәнеңде тәҡүәлек менән биҙәһәң, Аллаһ менән һинең араңда булған барлыҡ пәрҙәләр юҡҡа сығыр, һин мәғрифәт нурына ҡойонорһоң, йөрәгеңдә хикмәт асҡыстары барлыҡҡа килер, һинең алдыңда донъяуи һәм рухи серҙәр асылыр. Шулай уҡ һин яңы белемгә эйә булырһың.

Әгәр ҙә һин ғилемде тик кеше артынан һөйләр өсөн һәм башҡалар менән һүҙ көрәштерер өсөн генә өйрәнһәң, һинең бәләң ныҡ ҙур һәм һинең арыуың бөтмәҫ, юғалтыуҙарың ҙур булыр! Нисек беләһең, шулай эшлә! Әммә бел, дин арҡаһында был донъяны яулап алам тиһәң дә, ул бер ҡасан да һиңә буйһонмаҫ һәм әхирәттә һинән алыҫлашыр.

Кем дин ярҙамында был донъяны яуларға тырыша, ул ике донъяны ла юғалтасаҡ. Кем донъя ярҙамы менән динде яуларға теләй, ул икеһенә лә эйә буласаҡ.

Был белемдәр Аллаһ менән мөнәсәбәтте яҡшыртыуҙа иң тәүге урында торалар. Артабан беҙ һеҙгә кешеләр менән, дуҫтар менән аралашҡан саҡта ниндәй әҙәптәрҙе үтәргә кәрәклеге тураһында аңлатырбыҙ.

Бар маҡтауҙарыбыҙ − беҙҙе камил итеп барлыҡҡа килтереүсе, яҡшы тәрбиәләүсе һәм беҙгә Үҙенең Рәхимлеге арҡаһында Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ ебәреүсе − бер Аллаһҡа ғына.

Барса дини әҙәптәр араһынан Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү һәм Пәйғәмбәребеҙҙең әхлағына оҡшарға тырышыу − иң күркәм холоҡ һәм иң ҡиммәтле ғәмәл булып тора.

Аллаһу Тәғәлә беҙҙе Изге Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең ﷺ сөннәте аша әҙәптәргә өйрәтте. Сәхәбәләр, тәбиғиндәр һәм башҡа күркәм холоҡло кешеләр беҙгә күп әҙәп-әхлаҡ миҫалдары ҡалдырған. Былар барыһы ла беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен артабан яҙып үтәбеҙ.

  1. Мосолмандың Аллаһ алдында булған әҙәп ҡағиҙәләре.

- Башты гел аҫҡа эйеп тотоу

- Уйҙарҙы йыйыу (тарҡатмау)

- Артыҡ хәрәкәт эшләмәҫкә, тыныс булыу

- Ҡушылғандарҙы үтәргә тырышыу

- Тыйылғандарҙан тыйылыу

- Үтә ҡаршы килмәҫкә

- Күркәм холоҡло булыу

- Гел зекер ҡылыу хәлендә булыу, Аллаһты онотмаҫҡа

- Йөрәкте насар уйҙарҙан таҙалау

- Ағзаларҙы контролдә тотоу

- Күңел тыныслығын һаҡлау

- Аллаһты маҡтау

- Үпкәләү, үсегеүҙәрҙән арынырға

- Яратҡан кешене сер итеп тотоу

- Гел ихлас булыу

- Гел дөрөҫлөк яғында булыу

- Кешеләргә өмөтләнмәҫкә

- Ихлас эшләү

- Аллаһҡа берәүҙе лә тиңдәш ҡуймаҫҡа

- Хаҡ булыу

- Аллаһҡа яҡынайтыусы ғәмәлдәрҙе үтәү

- Ҡулды күп болғамаҫҡа (не жестикулировать)

- Насар ғәмәлде күргәндә, тыйырға

- Гел етди булыу

- Оялсан булыу

- Ҡурҡыу менән өмөт араһында булыу, йәғни Аллаһтың вәғәҙә иткәндәренә ышаныу

- Бөтөн эштә Аллаһҡа таяныу, сөнки Ул һиңә нимәлә файҙа икәнен иң яҡшы белеүсе

- Мәсеттә бер намаҙҙы үтәгәс, шунда уҡ икенсе намаҙҙың етеүен көтөргә (был ирҙәр өсөн)

- Иртәнге намаҙҙы ҡалдырыуҙан ҡурҡырға кәрәк

- «Бәлки мин, үҙем дә аңламаҫтан, гонаһтар ҡыламдыр», – тип гел тәүбә ҡылырға

- Пәйғәмбәрҙәр аша еткерелгән мәғлүмәттәргә ышанырға

- Аллаһты иҫкә алғанда тертләү

- Кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға

- Мөһим мәлдәрҙә Аллаһҡа таянырға

- Һаран булмаҫҡа һәм саҙаҡа таратырға

 

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

 

 

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

 

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Кейем кейгәндә «Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии кәсәәнии һәәҙәҫ-ҫәүбә үә разәҡанииһи мин ғайри хәүлин миннии үә ләә ҡуүүәһ». Мәғәнәһе: «Мин үҙем көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да (йәғни, ошо кейемде үҙем таба алырлыҡ көс менән ҡеүәткә эйә булмаһам да), миңә ошо кейемде кейҙергән һәм...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Ни өсөн фарыз намаҙын уҡып бөткәс, сөннәт намаҙын уҡыр алдынан икенсе урынға күсәбеҙ? Бер урындан икенсе урынға күсеү мотлаҡ түгел, әммә фарыз намаҙҙан һуң, сөннәт йәки нәфелдәрен уҡыр өсөн, үҙ урыныңды алыштырыу яҡшыраҡ. Йәмәғәт менән уҡыған намаҙҙы яңғыҙ уҡығандан айырыр өсөн шулай эшләйҙәр,...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ Таифҡа барыуы

Әбүталип менән Хәҙисәнең үлеменән һуң ﷺ Аллаһ Рәсүленә ﷺ ҡорайыштарҙың ҡыҫымы көсәйә. Шуға күрә Пәйғәмбәр ﷺ Мәккәнән йыраҡ булмаған, әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Таиф ҡалаһына барырға ҡарар итә. Ул Таиф халҡынан ҡорайыштарҙан яҡлау һәм ислам таратыуҙа ярҙам һорарға уйлай.   Һәм Пәйғәмбәр ﷺ...


Шайтан яҙмалары

Хәлдәр нисек, таҡыр баш? Мәжит кисә, бөҙрәханаға барып, сәсен ҡырҙырып ҡайтҡан икән. Бөгөн иптәштәре янына сыҡҡас, мин уның ялтас башын күреп ҡалдым. Һа-һа-һа! Үәт, мин илаттым уны! Һа-һа-һа! Ә беләһегеҙме, нисек килеп сыҡты? Хәҙер һөйләйем. Мин уның дуҫына: «Сәйет! Мәжитте таҡыр баш, тип...