Әҙәптәр

Әҙәптәр

Никахлашырға ниәтләгән кешенең әҙәбе

  • Кәләш итеп алырға йыйынған ҡыҙҙың диндарлығына иғтибар итеү, аҙаҡ матурлығына һәм унан һуң матди хәленә
  • Бер нисек тә, «шундай-шундай әйберҙәрҙе килтерерһең» тип, шарт ҡуймау
  • Дин ҡәрҙәшең һоратҡан ҡыҙҙы һоратмау
  • Раббынан йыраҡлаштыра торған йәки кәмһетә торған ғәмәлдәр ҡылмау
  • Ситтән күренеп торған урында кәләш менән икәүҙән-икәү ҡалмау
  • Туғандары алдында кәләште үпмәү, икәүҙән-икәү ҡалғанда ғына үбергә ярай
  • Яусыны яҡын ҡәрҙәштәрҙән, ышаныслы һәм ғәйбәт таратмағандарҙан һайлап алырға кәрәк.
  • Ҡыҙҙың диндарлығы, намаҙ ҡылыу-ҡылмауы, тыйнаҡлығы, сафлығы, һөйләшкәндә тел байлығы, өйҙән сығыу-сыҡмауы, ата-әсәһенә мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһыныу
  • Ҡыҙҙы димләр алдынан ҡыҙҙы йәшенеп ҡарау лазым. Ата-әсәһенең холҡо, дине һәм ғәмәлдәрен белешеү кәрәк.

 

Һоратырға килгән ҡыҙҙың әҙәбе

Тәүҙә уға һоратып килгән егеттең динен, мәҙһәбен, шәхси һәм әхлаҡи сифаттарын белешеү лазым. Таныштары аша кемдәр менән аралашыуын, намаҙын яңғыҙ ҡыламы, әллә йәмәғәт менән ҡыламы икәнлеген, сауҙала һәм эшендә ғәҙеллеген дә белешеү кәрәк. Беренсе планға ул буласаҡ йәмәғәтенең байлығын түгел, ә диндарлығын, атаҡлы булыуын түгел, ә эске күркәмлеген алға ҡуйырға тейеш. Эшләп алған килеме менән ҡәнәғәт булып, бойороҡтарын үтәргә ҡарар итергә тейеш. Бер-береңә эҫенеү, мөхәббәт барлыҡҡа килеүе лә бик мөһим.

 

Енси яҡынлыҡтың әҙәбе

  • Хуш еҫле майҙар һөртөү
  • Йомшаҡ итеп һөйләшеү
  • Мөхәббәт тураһында һөйләшеү
  • Дәртле үбешеү
  • «Бисмилләһ»те әйтеү
  • Енси ағзаларға ҡарамау, сөнки был күҙҙең насарайыуына килтерә
  • Бер юрған менән ябыныу
  • Енси яҡынлыҡ мәлендә Ҡибла йүнәлешендә ятмау

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...