Мосолмандарҙың Аркамдың өйөндә йыйылыуы

Мосолмандарҙың Аркамдың өйөндә йыйылыуы

Пәйғәмбәрлек осоро башланыуға бишенсе йыл китә. Тәүге мосолмандарҙы йәберләү, эҙәрлекләү көндән-көн көсәйә. Айырыуса ҡорайыштарҙың ҡолдарына һәм ярлыларға ауыр була. Шуға күрә Аллаһ Рәсүле ﷺ уларға ислам ҡабул итеүҙәрен белдермәҫкә ҡуша һәм улар менән йәшерен осраша башлай.

 

Осрашыу өсөн Мәккәләге абруйлы һәм хөрмәтле кешеләрҙең береһе булған Арҡам ибне Әбүләрҡам әл-Мәхзүмиҙең өйөн һайлай. Арҡамдың өйө кеше күҙенән алыҫта − Мәккәнең көнсығыш яғында, Сафа ҡалҡыулығы артында, Ҡәғбә күренеп торған ерҙә − урынлашҡан була.

Арҡамдың өйөндә тәүге мосолмандар үҙҙәрен мөшриктәрҙән яҡлаулы һиҙгән. Аллаһ Рәсүле ﷺ мосолмандарға ислам тураһында тыныс һәм иркенләп һөйләй алған. Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡарамағы һәм рухи тәрбиәһе аҫтында мосолмандар араһында туғандарса мөнәсәбәт урынлаша. Кешеләр, ҡорайыштарҙан йәшеренеп, Арҡамдың өйөнә киләләр һәм ислам ҡабул итәләр.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Изге Ҡөрьән аяттарын уҡый һәм аңлата. Сәхәбәләр Пәйғәмбәр ﷺ менән йыш һәм оҙаҡ итеп бергә була алғандарына ҡыуаналар, уны йотлоғоп тыңлайҙар. Аллаһ Илсеһенең ауыҙынан сыҡҡан һәр бер һүҙҙе мосолмандар ятлап ала.

Пәйғәмбәр ﷺ үҙе был ваҡытта кешеләрҙе асыҡтан-асыҡ исламға саҡырыуын дауам итә һәм мәжүсиҙәрҙең күҙ алдында Ҡәғбә янында намаҙ уҡый.

Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ҡәғбә эргәһендә намаҙ ҡыла. Яҡында торған мөшриктәрҙән берәү: «Кемегеҙ, Мөхәммәд ергә эйелгәндә, уның арҡаһына малдың эс-ҡарынын ырғыта ала?» − тип һорай. Араларынан иң әшәкеһе − Ғүҡбә ибне Әбүмүғайт: «Мин!» − ти. Ул дөйә эсәктәрен алып килә. Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сәждәгә киткәнен көтөп тора ла, ҡорайыштарҙың күҙ алдында Аллаһ Рәсүленең ﷺ арҡаһына малдың эсәктәрен һала. Мөшриктәр хахылдашып көлә. Ә Пәйғәмбәр ﷺ башын күтәрмәй, сәждәлә ҡала. Шул арала йүгереп килеп еткән Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ҡыҙы Фатима атаһының арҡаһынан эсәктәрҙе алып ташлай.

Намаҙҙан һуң Аллаһ Рәсүле ﷺ, ҡулдарын күтәреп: «Йә Аллаһ, ҡорайыштарға яза бир!» − тип өс тапҡыр ҡабатлай. Шунан Пәйғәмбәр ﷺ исемләп һанап сыға: «Йә Аллаһ, Әбделджәһилгә, Ғүтбә ибне Рабияға, Шәйбә ибне Рабияға, Вәлид ибне Ғүтбәгә, Өмәй ибне Хәләфкә һәм Ғүҡбә ибне Әбүмүғайтҡа яза бир». Был доға мөшриктәргә бик ныҡ тәьҫир итә.

Аҙаҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәһе Абдуллаһ ибне Мәсғүд: «Ул көндө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ кемдәрҙең исемен атаған, бөтәһе лә Бәҙер һуғышында үлтерелде. Мин уларҙың ҡоҙоҡ эсенә ырғытылған мәйеттәрен үҙем күрҙем», − тип һөйләй.

 

 

 

Магомед Гамзаевтың «Мөхәммәд Пәйғәмбәр» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...