Сит бала түгел

Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?

 

Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

 

Дин белгесе яуабы

Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған балаһына һеҙ ярҙам итергә бурыслы түгелһегеҙ. Әммә ул бала һеҙгә бөтөнләй сит бала булмай. Һеҙ ҡатынға өйләнгәндән һуң уның балалары һеҙгә мәхрәмдәр булып һанала. Ә туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлау – имандың иң мөһим ҡанундарының береһе.

Әбү Һурайра еткергән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Аллаһҡа һәм Ҡиәмәт көнөнә ышанған кеше туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡлаһын» (Әл-Бохари, Мөслим). Был һүҙҙәр һеҙҙең туғандарығыҙға ғына ҡағылмай, ә никах аша һеҙгә яҡын булған кешеләр ҙә туған булып һанала.

Икенсе яҡтан, һеҙ ҡатынығыҙға, ул баланы тәрбиәләүҙә ярҙам итеп, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен нығытырға булышлыҡ итәһегеҙ. Был үҙ сиратында, уның һеҙгә ихлас рәхмәт белдереүенә һәм Аллаһтан ҙур сауап алыуығыҙға килтерер.

Әгәр ҙә ул бала етем булып, атаһы яғынан хәстәрләүсе юҡ икән, бындай балаға ярҙам итеү Аллаһ Илсеһе ﷺ янында Ожмахта булыу өсөн бер сәбәп. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: «Мин һәм етемде тәрбиәләгән кеше Ожмахта бер-беребеҙгә ошо ике бармаҡ кеүек бик яҡын буласаҡбыҙ», – тип урта һәм һуҡ бармаҡтарын күрһәткән (Әл-Бохари).

Башҡаларға ярҙам итеп, мохтаж-дарҙы ҡайғыртып, һеҙ бер ҡасан да юғалтыу кисермәйәсәкһегеҙ. Киреһенсә, Аллаһу Тәғәлә һеҙҙең мөлкәтегеҙгә бәрәкәт бирәсәк һәм был һеҙгә, балаларығыҙға был донъ-яла ла һәм әхирәттә лә Уның ﷻ мәрхәмәте аша кире ҡайтасаҡ.

 

Психолог яуабы

Был һорауығыҙға яуап биргәндә, иң мөһиме, һеҙҙең был хәлгә нисек ҡарауығыҙҙы асыҡлау. Был хәлде һеҙ ғәҙелһеҙлек итеп ҡабул итәһегеҙме? Һеҙҙән атаһы булған баланы ҡарау өсөн аҡса һорау дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйһегеҙме? Йәки башҡа сәбәптәр бармы? Һеҙҙең ярҙамығыҙҙы үҙ мәнфәғәттәре өсөн генә ҡулланыумы, әллә улар, ысынлап та, ярҙамға мохтажмы? Был бик мөһим һорауҙар, сөнки улар һеҙҙең ҡатынығыҙға ҡарата ниндәй хистәр кисереүегеҙҙе билдәләй.

Нисек кенә булмаһын, был хәл ҡатынығыҙҙың элекке ире менән мөнәсәбәттәренә бәйле. Әгәр ул, атай булараҡ, баланы ҡарауҙа ҡатнашмай икән, был, бер яҡтан, уның яуапһыҙлығын, икенсе яҡтан, элекке ҡатынына ҡарата шәхси мөнәсәбәтен күрһәтә. Йәғни, айырылышыу шарттарына ҡарап ярҙам итмәү тураһында аңлы рәүештә ҡарар ҡабул итеү хаҡында һүҙ бара. Шул уҡ ваҡытта, үҙ балаһына ярҙам итеүҙән баш тартыуы уның ниндәй кеше булыуын да күрһәтә.

Был фекерҙәр бары тик ҡатынығыҙҙың ниәттәрен аңлау өсөн генә кәрәк. Сөнки бында ҡатынығыҙҙың үҙенең мәсьәләләре менән яңғыҙ ҡалғаны һиҙелә. Был осраҡта ул, әлбиттә, уға терәк булған, үҙе ышанған кешегә ярҙам һорап мөрөжәғәт итәсәк.

Был осраҡта иң мөһим күрһәткес – уның һеҙҙең менән ниндәй мөғәмәләлә булыуы. Ҡатынығыҙ, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, улының тормошонда ҡатнашыуығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәме, юҡмы? Күрәһең, һорауығыҙҙың төп сәбәбе ошо. Үрҙә телгә алынған мәсьәләләрҙе асыҡлағас ҡына был һорауҙарға аныҡ яуап алырға мөмкин.

 

Һорауҙарға дин белгесе Адиль Ибраһимов һәм психолог Алиасхаб Мурзаев һәм яуап бирҙе.

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәр! Һеҙҙең иғтибарға яңы рубрика тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы түбәндәге электрон адресҡа ебәрә алаһығыҙ: assalambash876@gmail.com.

Бәйләнеш өсөн телефон: 89613620937

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...