Халыҡ хәтерен яңыртып

Халыҡ хәтерен яңыртып

Баймаҡ районының үҙәк китапханаһында, Сибай музейында, Төйәләҫ, Билал ауылдарында күренекле Учалы яҙыусыһы Әҡлимә Сафина менән бик йылы осрашыу үтте.

 

Яҙыусы оҙак йылдар «Дуҫлыҡ» совхозы директоры булып эшләгән Ғиззәтуллин Сибәғәт Сөнәғәт улы, уңың ғаиләһе тураһында «Етемлектең әсе күҙ йәштәре» исемле китап яҙып, уның презентацияһың уҙғарҙы. Был сарала Сибәғәт Сөнәғәт улы менән бергә эшләгән коллегалары китап геройы тураһында йылы хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ уҡыусылар иғтибарына Әҡлимә Сафинаның «Зәйнулла ишан эҙҙәренән» китабы ла тәҡдим ителде. Күренекле дин әһеле тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн яҙыусы үҙенең рухташтары менәң 38 ауыл-ҡалаларға сәфәр ҡыла. Троицк, Ҡазан, Силәбе ҡалаларында, Дағстанда бик күп мәсеттәрҙә осрашыуҙарҙа ҡатнаша.

Ошондай матур йөкмәткеле сараны үткәреүгә күп көс һалғандары өсөн урындағы үҙидаралыҡ рәйесе Ислам Исрафил улына, мәктәп директоры Зилә Айҙар ҡыҙына, ветеран уҡытыусы Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙына, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһына учалылар бик ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, автор ошо китапты яҙышыуға мәғлүмәт биреүселәргә һәм район китапханаларына автографлы китаптарын бүләк итте.

«Сөсө күмәс тәме» исемле хикәйәгеҙҙе күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай», – тип, Билал ауылы ағинәйҙәре Әҡлимә Сафинаға үҙ ҡулдары менән бешереп күмәс алып килгән.

«Ишандар, әүлиәләр тураһында хәтирәләр, риүәйәттәр туплау һәм уларҙың мәңгелек рухын халыҡ хәтерендә ҡабаттан тергеҙеү иң изге һәм сауаплы ғәмәлдәрҙең береһе! Ҙур эш башҡарғанһығыҙ, учалылар! Эштәрегеҙ уң, үҙегеҙ имен-һау булығыҙ!» – тине осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

 

Әминә Яхина,

Баймаҡ районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...