Күңелгә ятмаған нәмәгә тарығанда йәки сараһыҙ хәлгә тап булғанда

Күңелгә ятмаған нәмәгә тарығанда йәки сараһыҙ хәлгә тап булғанда

Күңелгә ятмаған нәмәгә тарығанда йәки сараһыҙ хәлгә тап булғанда

«Ҡадәрул-лааһү үә мәә шәә ә фәғәл»

 

Мәғәнәһе: «Был – Аллаһтың тәҡдиргә яҙғаны, һәм Ул теләгәнен эшләй».

 

Аллаһ Илсеһе ﷺ былай тигән: «Көслө мосолман Аллаһу Тәғәлә ҡаршыһында хәлһеҙ мосолмандан яҡшыраҡ − уларҙың һәр береһендә яҡшылыҡ булһа ла. Үҙеңә файҙаһы тейә торған нәмәгә ынтыл. Аллаһу Тәғәләнән ярҙам һора ла бирешмә. Әгәр һин берәй нәмәгә осрай ҡалһаң: «Әгәр ҙә мин был эште былай эшләгән булһам, шулай булыр ине», – тип әйтеүселәрҙән булма. Киреһенсә, «Был – Аллаһтың тәҡдиргә яҙғаны, һәм Ул теләгәнен эшләй», – тип әйт, сөнки был «әгәр ҙә» тигән һүҙ шайтандың эштәренә юл асыуға сәбәпсе». (Мөслим)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...