Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Тәһәжжүд намаҙы доғаһы

Ибне Ғәббәстең әйтеүенсә (шаһитлығынса), төндә тәһәжжүд намаҙына торғанда, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ ошо доғаны уҡыған:

«Аллааһүммә ләкәл-хәмдү әнтә ҡаййимүс-сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә нуурус сәмәәүәәти үәл-арды үә мән фииһиннә үә ләкәл-хәмдү әнтә мәликүс-сәмәәүәәти үәл арды үә мән фииһинн. Үә ләкәл-хәмдү әнтәл-хәҡҡу үә үәғдүкә хәҡҡун үә лиҡаа укә хәҡҡун үә ҡаулүкә хәҡҡун үәлжджәннәтү хәҡҡун үәннәәру хәҡҡун үәннәбийүүнә хәҡҡун үә Мүхәммәдүн салләллааһу ғәләйһи үә сәлләмә хәҡҡун үәссәәғәтү хәҡҡ.

Аллааһүммә ләкә әсләмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә иләйкә әнәбтү үә бикә хаасамтү үә иләйкә хәәкәмтү фәғфир лии мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү үә мәә әсрартү үә мәә әғләнт. Әнтәл-муҡаддимү үә әнтәл-мүәххыру ләә иләәһә илләә әнтә үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһ».

«Маҡтауҙарыбыҙ булһын Һиңә, эй Раббым! Күкте, ерҙе һәм уларҙа булған бөтә нәмәне лә тотоп тороусы – тик Һин генә!

Маҡтауҙарыбыҙ булһын Һиңә! Күктең, ерҙең һәм уларҙа булған бөтә нәмәнең дә Нуры – Һин!

Маҡтауҙарыбыҙ булһын Һиңә! Күктең, ерҙең һәм уларҙа булған бөтә нәмәнең дә Хакимы – Һин!

Маҡтауҙарыбыҙ булһын Һиңә! Һин – Хәҡиҡәт, Һинең вәғәҙәң – хәҡиҡәт, Һине күреү – хәҡиҡәт, Һинең Һүҙең – хәҡиҡәт, Йәннәт – хәҡиҡәт, Йәһәннәм – хәҡиҡәт, пәйғәмбәрҙәр (ғәләйһи үә сәлләм) – хәҡиҡәт, Мөхәммәд ﷺ –хәҡиҡәт, Ҡиәмәт көнө – хәҡиҡәт. Эй Аллаһым! Мин Һиңә буйһонам, Һиңә ышанам, Һиңә өмөт бағлайым, Һиңә инанам.

Һинең ризалығыңды ҡаҙаныр өсөн кафырға ҡаршы сыҡтым һәм тик Һине генә өҫтөбөҙҙән хөкөмдар тип таныйым.

Эй Аллаһым! Ҡылынған гонаһтарымды ла, ҡылына-саҡ гонаһтарымды ла ярлы-ҡасы. Гонаһтарымдың асыҡ ҡы-лынғандарын да, йәшерендәрен дә ярлыҡасы.

Һин – Иң Әүәлге һәм Һин – Иң Ахыры Зат.

Һинән башҡа илаһ юҡ. Һинең кеүек көс үә ҡеүәткә эйә юҡ!» (Бохари, «Тәһәжжүд», 1-се бит)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...