Тәһәрәт алғандан һуң әйтелә торған зекерҙәр

Тәһәрәт алғандан һуң әйтелә торған зекерҙәр

«Әшһәдү әлләә иләәһә илләл-лааһү үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһүү үә расүүлүһ».

Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған Яңғыҙ Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ икәненә геүаһлыҡ бирәмен, йәнә Мөхәммәд Уның ҡоло һәм илсеһе икәненә геүаһлыҡ бирәмен» (Мөслим).

«Аллаһүммәж-ғәлнии минәт-тәүүәәбиинә үәж-ғәлнии минәл-мүтәтаһһириин».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Мине тәүбә итеүселәрҙән йәнә таҙарыныусыларҙан итә күр!» (әт-Тирмизи)

«Сөбхәәнәкәл-лааһүммә үә бихәмдик, әшһәдү әлләә иләәһә илләә әнт, әстәғфирукә үә әтүүбү иләйк».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Һин кәмселектәрҙән Паҡһың, йәнә Һиңә маҡтау, Һинән башҡа ғибәҙәткә лайыҡлы илаһ юҡ икәненә геүаһлыҡ бирәмен, Һинән ярлыҡау һорайым йәнә Һиңә тәүбә итәмен» (ән-Нәсәи).

 

«Мосолмандың ҡәлғәһе» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...