Истихара (ярҙам һорау) намаҙының доғаһы

Истихара (ярҙам һорау) намаҙының доғаһы

Жәбир ибне Абдулланың былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Аллаһ Илсеһе ﷺ беҙгә, Ҡөрьән сүрәләрен өйрәткәндәй, барлыҡ эштәрҙә Аллаһу Тәғәләнән ярҙам һорауҙы ла өйрәтә ине һәм былай тип әйтә торғайны: «Әгәр һеҙҙән берәйһе ниндәйҙер бер эште эшләмәк булһа, ике рәҡәғәт нәфел намаҙын уҡыһын да былай тиһен: «Аллааһүммә иннии әстәхиирукә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыиим, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләмү үә әнтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллаһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәл-әмра (ошо ерҙә нимә эшләргә йыйынғаныңды әйтергә мөмкин) хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии, фәҡдүрһү лии үә йәссирһү лии, ҫүммә бәәрик лии фииһ; үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәл-әмра (бында ла шулай уҡ нимә эшләргә йыйынғаныңды әйтеп китергә мөмкин) шәррун лии фии диинии, үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии, фәсрифһү ғәннии үәсрифнии ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммәр-дынии биһ».

Мәғәнәһе: «Эй Аллаһ! Миңә ғилемең менән йәнә ҡөҙрәтең менән ярҙам биреүеңде һорайым, йәнә миңә оло фазиләт күрһәтеүеңде һорайым, сөнки Һин – Ҡөҙрәтлеһең, ә минең көс-ҡөҙрәтем юҡ, Һин (барлыҡ нәмәне) беләһең, ә мин белмәйем, һәм Һин – йәшерен нәмәне тулыһынса Белеүсеһең. Эй Аллаһ! Әгәр Һин был эште минең динемә, тереклегемә, һәм эштәремдең ахырына ( йәғни Әхирәт тормошомдағы хәлемә) хәйерле тип белһәң, уны миңә насип итә күр һәм, уны миңә еңел итеп, һуңынан уны минең өсөн бәрәкәтле ит! Әгәр ҙә Һин был эште минең динемә, тереклегемә, эштәремдең ахырына зыянлы тип белһәң, уны минән алыҫлата күр һәм мине лә унан йыраҡ ҡыл! Ҡайһы ерҙә булһа ла, минең өсөн яҡшылыҡты насип ит тә мине шул яҡшылыҡ менән риза итә күр». (әл-Бохари)

Аллаһтың Үҙенән генә ярҙам һораған, аҙаҡ мөьмин ҡәрҙәштәре менән кәңәш ҡороп, үҙ эштәрендә һаҡ булған кеше үкенмәҫ, сөнки Аллаһу Тәғәлә былай тигән: «Берәй ғәмәл хаҡында улар (мөьминдәр) менән кәңәш ит. Ә инде берәй ҡарарға килһәң, Аллаһҡа тәүәккәл ит» («Ғимран ғаиләһе» сүрәһе, 159-сы аят).

 

9-сы биттәге материалдарҙы Светлана Ғәлиуллина әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...