ДОҒАЛЫ ЙОРТ

ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға

«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли – Йә Ғаффәру, мә ҡаддәмтү үә мә әххартү».

Мәғәнәһе:

«Эй, Раббым! Һинең Ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!»

 

Ауыҙ астырған кеше өсөн уҡыла торған доға

«Әфтара ғиндәкүмүс-сааьимүүн, үә әкәлә тағәәмәкүмүл-әбраар, үә салләт ғәләйкүмүл-мәләәьикәһ».

Мәғәнәһе: «Һеҙҙә ураҙа тотҡан-дар ауыҙ асһын, тәғәмдәрегеҙҙе изге бәндәләр ашаһын һәм фәрештәләр һеҙгә салауат әйтеп торһон!» (Әбү Дауыт, Ибне Мәджә)

 

Сәхәр ашағандан һуң

Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

«Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамәданә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лилләһи тәғәлә. Аллаһу әкбәр», йәғни: «Аллаһу Тәғәлә Ризалығы өсөн таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».

 

Ураҙа тотҡан кешене (һеҙҙе) берәү әрләргә керешһә, ни әйтергә?

«Иннии сааьим, иннии сааьим».

Мәғәнәһе: «Мин ураҙаламын! Мин ураҙаламын!» (Әл-Бохари, Мөслим)

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...