Мәсеттәр – ауыл ҡото!

Мәсеттәр – ауыл ҡото!

Мәсеттәр – ауыл ҡото!

Хаҡлы ялға сыҡҡан мәлем. Ауылыбыҙҙа шаҡ ҡатырлыҡ мәғәнәһеҙлек башланып китте: совхоздар бөттө, эшһеҙлек, эскелек, урам-ара һуғыш, йән ҡыйыуҙар...

 

Ғүмер буйы тәртип һаҡлап, балалар уҡытып өйрәнгән миңә ауыр булды, шул күренештәр эсте бошорҙо. Мәсеткә йөрөй инем йомаларҙа, унда ла мәғәнәһеҙлек тойоп (ул ғибәҙәтхана элекке ауыл советы бинаһында, араҡы магазинына ҡаршы ултыра, тәҙрәһенән күҙгә урамда һәлдерәшеп йөрөгән заттар, яман тауыштар һәм башҡалар салынғас, күңелгә ныҡ ауыр ине).

Бер Ураҙа ғәйете көнө райондан хужалар килде. Мин һүҙ алып: «Әйҙәгеҙ, яңынан мәсет төҙөйөк, дөрөҫ итеп ҡиблаға ҡаратып», – тинем. Төрлө фекерҙәр ишеттем, күбеһе ярай, тип риза булды. «Был мәсеткә лә кеше бик йөрөмәй, нимәгә ул? Күп сығымды ҡайҙан алаһың?» – тиеүселәр ҙә булды.

Әлхәмдүлилләһ, комиссия төҙөп, эшкә тотондоҡ. Ветерандар советы рәйесе Рушат ағай Амантаев төҙөлөш етәксеһе булды. Урын һайланыҡ, клубта ауыл сходы үткәрҙек, төҙөлөш өсөн һәр бер йорттан аҡса йыйҙыҡ. Аҡсаһыҙ кешеләр үҙ көсө, ярҙамы менән ҡул ҡамыт итте.

Ауылдашыбыҙ Тәлғәт Атанов блоктан эшләйек, улай тиҙерәк була, тигәс, риза булдыҡ. Шөкөр, 2010 йылдың сентябрендә мәсеткә нигеҙ һалырға йыйылдыҡ. Ҡаҙырша ауылынан Нуретдин Игебаев олатай нигеҙгә һалырға таш өшкөрөп ебәрҙе. Буласаҡ мәсет урынында аят уҡып, эш башланды. Ҙур ауырлыҡ менән яйлап, дүрт йыл төҙөлдө ул. Оло сабырлыҡ менән ауыл халҡын ярҙамға әйҙәп, саҡырып эш иттек. Рушат ағай һәр урамдан кем килгәнен көн дә билдәләп барҙы. Прораб булып Сәхиулла Моталлапов эшләне. Илдар Шәрипов, Рәфит Шакиров, Иршат Саптаров һәм башҡалар әүҙем булды, төҙөүсе эшен етәкләне, изге эшкә күп көс һалды. Ситтә йәшәгән ауылдаштар, туғандар, балаларыбыҙ аҡса яғынан ярҙам итте. Аллаһҡа шөкөр, элек төҙөлөштә эшләгән ҡатындар ҙа ҙур өлөш индерҙе.

Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, мәә шәә Аллаһ, мәсетебеҙ ҡалҡып сыҡты. Мин һәр саҡ сирлә-гәс, ул мәсеттең төҙөлөп бөтөүен күрә алһам ине, тип хыялландым, Раббынан һораным. Аллаһҡа мең шөкөр, мәсетебеҙгә быйыл ун йыл булып китте, күңелдә тик шатлыҡ-ғорурлыҡ! Ауылдашыбыҙ Шамил Сәрҙән улы Биктимеровтан (ул инде мәрхүм, Йәннәт әһеле булһын, ин шәә Аллаһ!) мәсеткә бик ҙур ярҙам булды, ул төҙөлөшкә йөҙ мең аҡса бирҙе. Әсәһе Зәйтүнә Һиҙиәт ҡыҙы бер газель машина тулы гөл һауыттары, ҡашығаяҡ, сынаяҡ, мәсеттә эшләгән ҡатындарға төрлө пластик һауыттар килтерҙе.

Раббыға мең шөкөр, күп көс, тырышлыҡ менән мәсетебеҙ эшләп тора, халыҡ ихлас йөрөй, даими камиллаша. Әле быйыл район кимәлендә иң яҡшы мәсет тип танығандар. Ул минең өсөн ҙур шатлыҡ, оло баһа! Өфөлә йәшәһәм дә, күңелем ауылымда! Инде имам Данияр Байназаровҡа, мәсетте тәртиптә тотоусы ҡатындарға оло рәхмәтемде еткерәм. Имен-һау булығыҙ! Мәсеттәребеҙ (ауылыбыҙҙа ике ғибәҙәтхана) ауылдың ҡотон, иманын һаҡлап оҙаҡ торһондар! Йәштәрҙе, балаларҙы күберәк йәлеп итеп, әүҙем булырға яҙһын! Иҙрис хәлфә исемен йөрөткән аҫҡы мәсетебеҙ ҙә матур эшләй, йома көндө икеһендә лә халыҡ күп, Әлхәмдүлилләһ! Ауылдаштарыма оло рәхмәт, ауылдың ҡотон, йәмен һаҡлап йәшәгеҙ!

 

Эльмира Сараева,

Өфө ҡалаһы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...