Үтәш ауылының нуры

Үтәш ауылының нуры

Үтәш ауылының нуры

Ылымығы ҡуйы урман булып үҫкән саф һыулы, тәрән Төй йылғаһы буйындағы йәмле урында ултыра тыуған ауылым. Уҙып барышлай оло юлдан уҡ иң башта ике манаралы мәсет күҙгә салына.

 

Ике ғибәҙәтхана – яңыһы менән боронғоһо – бер-береһенә терәлеп кенә ултыра. Был инде Асҡын районында урынлашҡан Үтәште башҡа ауылдарҙан айырып торған матур үҙенсәлек. Ике мәсетле кескәй ауылға инмәй уҙып китеү яҙыҡ булыр, тип юлсылар элеккене бөгөнгөһө менән тоташтырыусы, ҡараш-булмыштарҙы арбағыс тарихи урынға һуғылып, фото төшөрә, асыҡ сағын тура килтереп, изге урынға инеп сығырға тырыша.

Ысынлап та, был урын тарихсыларҙың иғтибарына лайыҡ. Ҡоласыңа һыймаҫ эре бүрәнәләрҙән һалынған мәсет һаман ныҡ, үҙе бейек. Халыҡҡа 150 йыл самаһы хеҙмәт итте ул. Ғибәҙәт йорто ла, даны тирә-яҡҡа таралған мәҙрәсә лә, совет осоронда яҡындағы ике тиҫтәнән ашыу ауыл өсөн йәмәғәт урыны, белем биреү, мәҙәниәт үҙәге булды. 19-сы быуаттың уртаһында һалынған мәсеттә Октябрь ихтилалына ҡәҙәр даны тирә-яҡҡа таралған мәҙрәсә булған, ундағы тормош гөрләп, ҡайнап торған. Унда белем алыр өсөн бик йыраҡтан – әлеге Свердовск өлкәһе, Пермь крайы ерҙәренән килеп тә ғилем эстәгәндәр, тип, Үтәштең үткәненә ихтирамлы аҡһаҡалдар һөйләй торғайны элегерәк.

Мәсет бинаһы тарих, мәҙәниәт һәм археология ҡомартҡыларының республика реестрына индерелгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса ул 1864 йылда асылған. Үтәш ауылына иһә 18 быуат башында нигеҙ һалынған. Архив документтары буйынса ҡайһы бер дин әһелдәренең генә исемдәрен билдәләй алдыҡ. 1912 йылда имам-хатип булып Шаһи Исмәғилев хеҙмәт иткән. Мулла вазифаһын төрлө йылдарҙа ҡартатайым Миңлеәхмәт Ноғоманов (1888-1938), Хөснимәрҙән Вәлиев (1891йылда тыуған), 90-сы йылдар башынан иһә ағалы-ҡустылы Мөкәрәм (1929-2000) һәм Изах (1931-2009) Ноғомановтар алып барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы өләсәйем, йәки беҙҙеңсә, ҡартыйым Хәнә Хөснийәр ҡыҙы уҡытҡан.

Оҙаҡ йылдар мәҙрәсә булып хеҙмәт икән был бина һаман да ныҡ, яҡшы һаҡланған. 1917 йылдан һуң 30-сы йылдар аҙағына тиклем был төбәктә берҙән-бер мәсет була, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1937 йылда коммунистар манараһын киҫеп ырғыта.

Был боронғо йорттоң яҙмышы бәхетле. Башҡа ауылдарҙа үтә өлгөрҙәр буш торған ағас биналарҙы һүтеп, берәмләп һатып бөтөп барғанда, үтәштәрҙең 170 йыллыҡ мәсетен һаҡлап ҡалыуҙары, Советтар Союзы тарҡалғас та, оҙаҡҡа һуҙмай, дини йолаларҙы, мәсеттәрен тергеҙеп, хаҡ юлға ҡайтыуҙары һоҡланғыс күренеш.

1989 йылға ҡәҙәр мәсет бинаһында мәктәп булды. 1991 йылда боронғо мәсетебеҙ Үтәш ауылы мосолмандары ҡарамағына күсә. Урындағы әүҙем диндарҙар халыҡты туплап, ҡайтанан манара оҫталап, күтәреп ҡуя. Әлхәмдүлилләһ, утыҙ йылдан ашыу ауылыбыҙҙа аҙан тауышы тынғаны юҡ, аҙна һайын йома намаҙы үтә. Тергеҙелгән мәсеттә 9 йыл атайым, аҙаҡ инде, ул мәрхүм булғас, уның бер туған ҡустыһы Изах абыйым хеҙмәт итте.

Әммә фани донъяла бер нәмә лә мәңге түгел һымаҡ, тарихи бинабыҙ ҙа күҙгә күренеп иҫкерҙе, унда инеп, намаҙ уҡыуҙары хәүефле була башлағас, ауылдаштар, йыйылып, яңы мәсет кәрәклеге хаҡында һүҙ башланы. Яңыһын боронғоһона терәп төҙөргә булдыҡ. Байтаҡ көс, күп финанс һалынды ғибәҙәтхана төҙөүгә. Тиккә генә булманы тырышыуҙарыбыҙ − бында хәҙер йома һәм тәрәүих намаҙҙары, ифтар һәм ҡорбан аштары үтә. Имам-хатибыбыҙ Фидарис хәҙрәт Ғәлиев аҙна һайын вәғәз һөйләй. Боронғоһо – тарихи бинабыҙ иһә ҙур ремонт талап итә, һәм, әлбиттә, уны урындағы етәкселек ярҙамында ғына һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ.

Үтәшкә йыш ҡайтырға тырышам, шуға ла йәнтөйәгемдең тын алышын асыҡ тоям. Ни бары 160 тирәһе кеше йәшәгән кескәй генә ауыл булһа ла, мәсеткә йөрөүселәрҙең һаны апаруҡ. Ҙур тырышлыҡ менән һалынған яңы мәсетен дә, иҫкеһен дә ҡәҙер иткән халыҡ йәшәй Үтәштә, ғибәҙәтхана һуҡмағынан кеше өҙөлгәне юҡ.

 

Әнзирә Ғәниева, Асҡын районы

 

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...