Өс иләк

Өс иләк

 

Өс иләк

Бер кеше аҡыл эйәһе Сократ янына килә лә былай ти:

− Беләһеңме, һинең дуҫың һинең турала нимә тип әйткән?

− Туҡтап тор, − тип уның һүҙен бүлдерә Сократ. − Иң элек әйтергә теләгән һүҙеңде өс иләк аша үткәр.

− Өс иләк аша?

− Нимәлер әйтер алдынан уны өс төрлө иләк менән иләргә кәрәк. Беренсеһе − Дөрөҫлөк иләге. Һин әйтергә йыйынған һүҙҙәрҙең ысын, хаҡ икәненә һин үҙең ышанаһыңмы?

− Юҡ. Мин уны кешенән ишеттем...

− Тимәк, һин уның дөрөҫмө, түгелме икәнен белмәйһең.

Улай булғас, икенсе иләктән − Изгелек иләгенән − үткәреп ҡарайыҡ. Һин минең дуҫым тураһында ниндәйҙер яҡшы һүҙ әйтергә уйлайһыңмы?

− Юҡ! Киреһенсә!

− Тимәк, − тип, дауам итә һүҙен Сократ, − һин миңә дуҫым тураһында насар һүҙ әйтергә уйлайһың, ә уның дөрөҫмө, түгелме икәнен үҙең дә белмәйһең. Әйҙә хәҙер өсөнсө иләктән үткәреп ҡарайыҡ − Файҙа иләгенән.  Әгәр әйтергә йыйынған һүҙеңдең дөрөҫмө-түгелме, яҡшымы-насармы икәне билдәле түгел икән, миңә был хәбәрҙе ишетеү мотлаҡмы икән?

− Мотлаҡ түгел, тип уйлайым.

− Әгәр был хәбәрҙән бер ниндәй изгелек тә, файҙа ла юҡ икән, уны ниңә һөйләп торорға? − тигән һығымта яһай Сократ.

 

Дини календарҙан

 

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...