Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Рабиға әл-Ғәдәүиә тураһында ҡисса

Аҡыл үә нәфсе кимәле

Хорасан шәһәрендә бер егет бар ине. Үҙе бик ғалим ине. Рабиға тигән ҡатындың көндәрҙән бер көн ире вафат булып, ҡатын тол ҡалды. Был ғалим егет үҙе өсөн Рабиғаның өйөнә яусы булып барҙы һәм әйтте:

– Йә, Рабиға! Мин һиңә үҙем өсөн яусылыҡҡа килдем, һин мине ҡабул итерһеңме? Унан һуң Рабиға әйтте:

– Хуш килдең. Минең һиңә өс һорауым бар, әгәр һин уларға яуап тапһаң, мин, мәһәр түләмәһәң дә, һиңә риза булып барырмын, – тине.

Егет:

– Ул ниндәй һорауҙар, әйт? – тине.

Рабиға әйтте:

–       Әй, егет, әйт, әүәлге һорауым был: мин донъянан иман менән китерменме, әллә иманһыҙ китерменме? – тине.

Егет:

– Гөнаһлымын, был мөшкөл мәсьәләлер, быны Аллаһу Тәғәләнән башҡа кешегә белеү мөмкин түгелдер, – тине.

Ҡатын әйтте:

– Үә йәнә икенсе һорауым был: мин ҡәбергә кергәс, Мөнкәр менән Нәкиргә (гүргә ингәс, һорау алыусы ике фәрештә) нисек яуап бирермен? – тине.

Егет әйтте:

– Быны белеү һис мөмкин түгелдер, был да ҡыйын мәсьәләлер, – тине. Ҡатын йәнә әйтте:

– Өсөнсө һорауым был: ҡиәмәт көнөндә минең ғәмәлем ҡайһы ҡулыма бирелер? –тине.

Егет:

– Быны белергә шулай уҡ мөмкинлек юҡ, – тине.

Унан һуң Рабиға әйтте:

– Әгәр һин минең һорауҙарымды белмәһәң, минең ҡайғым бына шулайҙыр, миндә ир ҡайғыһы юҡтыр, – тине. Һәм йәнә ҡатын әйтте:

– Хуш, ләкин бер мәсьәләм бар, уға нисек яуап бирерһең икән? Нәфсе ирҙәрҙә күпме һәм ҡатындарҙа күпме? – тине.

Был ғалим егет әйтте:

– Ҡатындарҙа нәфсе туғыҙ өлөш, ирҙәрҙә бер өлөштөр, – тине.

Йәнә ҡатын әйтте:

– Аҡыл ҡатындарҙа нисә өлөш булыр һәм ирҙәрҙә нисә өлөштөр? – тине. Был егет яуап бирҙе:

– Ҡатындарҙа бер өлөш аҡыл һәм ирҙәрҙә туғыҙ өлөш аҡыл булыр.

Унан һуң ул ҡатын әйтте:

–           И, егет! Минең бер өлөш аҡылым менән туғыҙ өлөш нәфсемде тыйырға көсөм етә, һинең туғыҙ өлөш аҡылың менән бер өлөш нәфсеңде тыйырға нисек хәлеңдән килмәй? – тип, егетте сиктән тыш оятлы итте.

Ҡатындарҙа нәфсе күптер, ләкин улар оят күплектән сабыр итәләр.

 

(Башҡорт яҙма әҙәбиәте антологияһынан)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...