Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Хәсән Басри тураһында ҡиссалар

Шәкерткә ярҙам итеүҙең файҙаһы

Көндәрҙән бер көндә Хәсән Басри болонға сыҡты. Бер оло һыу ситендә туҡталып ҡарап тора ине, күрҙе: бер баҡа, бер күгәүенде арҡаһына мендереп, ҡайҙалыр китеп бара. Хәсән Басри ҡарап торҙо ла: «Был күгәүен ҡайҙа барыр икән?» – тип, артынан китте.

Күгәүен бер ағас төбөнә килде. Ул ағас төбөндә бер кеше йоҡлап ята ине. Ағастың башында ҡош ояһы бар икән. Ул ҡош ояһына бер оло йылан менеп, сағып һәләк итәм тигән ваҡытта, шунда килгән теге күгәүен ҡара йыландың үҙен сағып үлтерҙе.

Хәсән ул йоҡлаған кешене уятты. Кеше торҙо, тирә-яғына ҡаранды, әйтте:

– Күп йоҡлағанмын икән, – тине. Күҙе ҡара йыланға төштө, ғәжәпләнде:

– Быны кем үлтерҙе? Юҡһа, мине сағып һәләк итер ине, – тип һораны. Хәсән:

– Бөгөн һин бик яҡшы эшләгәнһең, ахыры, – тине.

– Ғүмерем буйы хәрәм үә боҙоҡ эштән башҡа эш эшләгәнем юҡ ине. Мәгәр бөгөн ғилем өйрәнеүсе бер шәкерткә осраным. Тамағы ас икән, бик үтенеп минән ашарға һораны. Минең бер ҡаласым бар ине, уны бирҙем. Мәгәр бар изгелегем шулдыр, – тине.

Шулай итеп, мәғлүм булды: бер шәкерткә бер күмәс биргәнгә күрә, Хаҡ Тәғәлә йылан бәләһенән һаҡланы. Ахыр донъяла тамуҡ ғазабынан да һаҡлаһа, һис ғәжәп булмаҫ. Шәкерткә яҡшылыҡ итеү шул ҡәҙәр изге икән.

Күрше хаҡы

Хәсән Басриҙың бер йәһүд күршеһе бар ине. Һәр ваҡыт Хәсәндең йөрөй торған юлына сүптәр, насар нәмәләр ташлар ине.

Көндәрҙән бер көндә был йәһүд Хәсәндең йортона килеп инде һәм әйтте:

– Эй, Хәсән, – тине, – һин ниндәй кешеһең, минең яфа ҡылған ғәмәлдәремә сабыр итәһең?

Хәсән:

– Беҙҙең шәриғәтебеҙҙә яҙылған: «Күршеһе менән әрләшә, ыҙғыша торған кеше Ожмахтан мәхрүм ҡалыр, тип», – тине.

Йәһүд:

– Һеҙҙең шәриғәтегеҙ бик хуш икән, – тип, иман килтерҙе, мосолман булды.

Был ҡиссанан фәһем ит: яҡшылар үҙҙәренең хуш ғәмәлдәре менән кафырҙы иманға килтерҙеләр.

 

Ожмахлы булыуҙың шарттары

Хәсән Басри әйтте:

– Мин Ожмахҡа йәки тамуҡҡа барыр кешеләрҙе беләмен, – тине.

– Ҡайҙан беләһең? – тип һоранылар.

–       Басра шәһәрендәге бер йортҡа ҡарап, шуның менән сағыштырып беләмен, – тине. – Ул йорт бер яҡҡа ауышҡан ине, эйәһенә әйттеләр: «Төҙөкләндер йәки терәп ҡуй, юғиһә ауып, кешеләрҙе йә хайуандарҙы баҫыр», – тинеләр. Төҙәтмәне, терәү ҙә ҡуйманы, йорт ауышҡан яғына ауҙы, йығылды. Шуның кеүек, бер кеше иллелә һәм алтмыш йәшендә тәүфиҡ тапмаһа, ул кеше тамуҡта булыр, – тине.

Оҙон ғүмер тип, «Тәфсире мәжмәғыл бәйән» тигән китапта алтмыш йәште әйткәндәр. Аллаһу Тәғәлә кешене тамуҡтан азат ҡылыу өсөн, тәүфиҡҡа ултырыу өсөн оҙон ғүмер бирҙе. Кешенең донъяла ун дуҫы бар, әгәр шуларҙан ситләшһә, алыҫ торһа, аҡылы аҙашҡан, күңеле тар булыр. Ул ун дуҫтың береһе – иң элек Аллаһу Тәғәләлер; икенсе дуҫ – Пәйғәмбәр ғәләйһис сәләмдер; өсөнсө дуҫ – аталыр; дүртенсе дуҫ – әсәлер; бишенсе дуҫ – остаздыр; алтынсы дуҫ – туғандыр; етенсе дуҫ – бер өлкән йәштәге кешелер; һигеҙенсе дуҫ – иптәш булып, дәресен бергә уҡыған кешелер; туғыҙынсы дуҫ – аҡыл эйәһе кешелер, унынсы дуҫ – дин юлында эйәртеп барыусы етәкселер. Был һанап кителгәндәрҙең бер кешелә барыһы ла табылһа, ул кеше донъя өсөн дә, Әхирәт өсөн дә һис ҡайғырмаҫ.

 

(Башҡорт яҙма әҙәбиәте антологияһынан)

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...