Хәйерле ахыр

Хәйерле ахыр

Хәйерле ахыр

 

Өс үҫмер, бәхетле киләсәкте күҙ алдына баҫтырып, фекер алышып ултырғандар. Берәүһе был тормошта иң мөһиме байлыҡ тип уйлай, икенсеһе һәләттәре менән дан ҡаҙаныуҙы маҡсат итеп ҡуя, ә өсөнсөһө иһә матур ғаилә ҡороп йәшәргә хыяллана.

 

Күпме ваҡыт үткәндер, был өсәүҙең барыһы ла үҙе теләгәненә ирешкән. Оло тормош юлы үтеп, ҡартайып, фани донъя менән хушлашыр мәлдәре еткәс, элекке дуҫлыҡтарын иҫкә төшөрөп, осрашып алмаҡсы булғандар.

Байыҡтым, әммә бәхет күрмәнем, – тигән беренсеһе – Һаранлығым, башҡаларға ҡарата насар мөнәсәбәтем яманат булып ҡала инде.

Талантлы кеше, тип ҙурланылар, шулай ҙа бынан күңелемә һис кенә лә тыныслыҡ килмәне. Яңғыҙлыҡтан өҙгөләнеп барып үлермен, моғайын, – тип зарланған икенсеһе лә.

Тик өсөнсө ҡарт ҡына үҙ тормошонан риза булған:

– Бәхетте үҙем хыялланғанса таптым, Аллаһҡа шөкөр! Яҡындарымдың ҡәҙер-хөрмәтен тоям, үҙ артымдан донъяға иң ҡәҙерле мираҫ – тәрбиәле балалар ҡалдырам, – тигән.

Йәшәү мәғәнәһенең төп асылы шулдыр.

 

Башҡортостан календарынан

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...