Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә

• Ағас нәҫеле – ерҙә, ир нәҫеле – илдә.

• Өй күрке – аш, әҙәм күрке – баш.

• Ир-егет – ил көҙгөһө.

• Ҙур эште әкренләп эшлә.

• Атайыңдан оло кеше менән уйнап һөйләшмә.

• Яҡшы һүҙ яу ҡайтарған.

• Ғәмәлһеҙ ғилемдә файҙа юҡ.

• Йәшлегеңдә ни сәсһәң, ҡартлығыңда шуны урырһың.

• Мең ишет, бер һөйлә.

• Камилды камил белер.

• Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт.

• Кешене хур иткән үҙе ҙур булмаҫ.

• Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын.

• Ата-инәгә ҡәҙер күрһәткән бала-сағанан ҡәҙер күрер.

• Нәфсе – шайтан, аҡыл – иман.

“Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр” китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...