Күршенең хоҡуғы

Күршенең хоҡуғы

Күршенең хоҡуғы

Куфа ҡалаһында имам Әбү Хәнифә йәш итексе менән күршеләш була. Йәш кеше хәләл көсө менән тапҡан аҡсаһына гел, кис етеү менән, шарап алып эскән икән. Иҫереп алһа, йоҡоға талғансы, һәр ваҡыт бер йырын һуҙа икән был: « Әле үҙем нужа күргәндә, ҡайҙа ярҙамыма мохтаж булып, мине элек ҡосағында ғына йөрөткән кешеләр?»

 

Төнгө ғибәҙәт менән мәшғүл Әбү Хәнифә быларҙың барыһын да ишетеп йөрөгән, әлбиттә. Бер ваҡыт кис күршеһе яғынан бер тауыш та сыҡмаған, был тынлыҡҡа аптырап, уның өсөн ныҡ борсолған Әбү Хәнифә итексенең ҡайҙа юғалыуын һорашҡан. Имамға егеттең ҡулға алыныуын һәм уны төрмәгә ябып ҡуйыуҙарын һөйләгәндәр. Икенсе көндө иртәнге намаҙҙан һуң Әбү Хәнифә, мулға атланып, батшаға юлланған.

Хаким уны күреү менән үҙен уратып алған ярҙамсыларына: «Мулдан төшөрмәйенсә үк уға ярҙам-хөрмәтегеҙҙе күрһәтегеҙ. Төшәм, тиһә, аяҡ аҫтына келәм түшәмәйенсә төшөрмәгеҙ», – тип бойорған. Тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелгәс кенә, батша Әбү Хәнифәнең йомошон һораған. Ул, күршеһен төрмәгә ултыртҡандарын ишетеү менән, уны иреккә сығарыуҙарын һорап килеп етеүен һөйләп бирә. Имамға ҡарата хөрмәт йөҙөнән батша Әбү Хәнифәнең күршеһе менән бергә шул уҡ көндө зинданға эләккән барыһын да азат итә.

Әбү Хәнифә күршеһе менән малҡайына атланып ҡайтып китә. Өйҙәренә барып еткәс, Әбү Хәнифә итексе егеттән: «Эй, йәш кеше, беҙ һине ташлап киттекме ни?» – тип һораған. Күршеһе: «Үәллаһи, билләһи, Аллаһ менән ант итәм, һин мине ташламаның. Күрше хоҡуғын һаҡланың, Раббым ҡурсыһын һине!» – тип яуап ҡайтарған. Шул ваҡыттан алып итексе ихлас итеп тәүбә ҡылған, шараптан баш тартҡан һәм яҡшы яҡҡа үҙгәргән.

 

(Дини календарҙан)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...