Ғәйбәткә ышанмағыҙ!

Ғәйбәткә ышанмағыҙ!

Морат Солтан, ябай ғына итеп кейенеп, кешеләрҙең ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәгәнен белеү маҡсатында, урамдарҙа, баҙар тирәләрендә йөрөргә яратҡан. Бер төндө һаҡсы менән урамдан үткәндә ерҙә ятҡан ир кешене күрәләр.

 

Солтан был кешенең үлгән килеш бында ятыуына, үтеп  китеүселәрҙең бер нисек тә иғтибар итмәүенә, ерләү тураһында хәстәрлек күрмәүенә ғәжәпләнә. Ул был кешенең кем икәнен, ҡайҙа йәшәгәнен, ғаиләһе тураһында һораша. «Бер бәхетһеҙ бәндә, эскесе һәм зинасы», – тигән яуап ишетә. «Әллә ул кеше Мөхәммәд ﷺ өммәтенән түгелме? Әйҙәгеҙ, уны өйөнә илтәйек», – ти.

Иренең мәйетен күреү менән ҡатыны илап ебәргән.

«Аллаһтың һөйөклө бәндәһе, тоғро юлда булдың, мин быға шаһитлыҡ ҡылам», – тигән ҡатын илай-илай. Солтан ғәжәпләнеп: «Нисек ул Аллаһтың тоғро бәндәһе булһын, кешеләр уның тураһында икенсе фекерҙә, уның үлеме тураһында ҡайғырып торорға ла кәрәкмәй», – тигән.

«Мин был турала белә инем. Минең ирем һәр көн шарапсының өйөнә барып, күпме булдыра ала, шунса шарап һатып алып ҡайта ине. Ҡайҡас, кеше йөрөмәгән ергә алып барып түкте. «Мин бөгөн ошо шарапты эсеп гонаһҡа батасаҡ күпме мосолманды ҡотҡарҙым», – тиер ине.

Һәр төн зина менән кәсеп итеүсе ҡатынға барып аҡса бирә лә таңға тиклем ишегеңде яп, тип ҡайта ине. «Әлхәмдүлилләһ, бөгөн нисә кешене зинанан һаҡлап ҡала алдым», – тип ҡыуана ине. Ә кешеләр уның шарап һатып алғанын, зинасы ҡатын менән һөйләшкәнен генә күрҙеләр һәм ғәйбәт тараттылар.

Бер ваҡыт мин уға: «Әгәр үлеп китһәң, мосолмандар араһынан һине кәфенләп, йыназа уҡып оҙатыусы ла булмаҫ бит», – тинем. Ә ул йылмайып: «Борсолма, мине ил етәксеһе һәм ғалимдар ерләйәсәк», – тине».

Йәшкә төйөлгән күҙҙәрен һөртөп Солтан Морат үҙенең кем икәнен танытып: «Аллаһ исеме менән ант итәм, ул дөрөҫ әйткән, иртәгә беҙ уны шәриғәт ҡушҡанса ерләйәсәкбеҙ», – тигән. Шулай булған да. Йыназала шәйехтар, ғалимдар ҡатнашҡан. 

Ниндәй маҡсат менән нимә эшләнә, ниндәй ниәт менән эш башҡарыла икәнен белмәй тороп, һығымта яһарға ашыҡмайыҡ. Ғәйбәткә ышанмайыҡ!

 

(Ислам календарынан)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...