ОЛО ХӘҘИС

ОЛО ХӘҘИС

Хәлит ибне Вәлит әйтте: «Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе ғәләйһис-сәләтү үә сәлләмгә бер бәҙәүи килеп: «Йә, Аллаһ Рәсүле, был һәм мәңгелек тормошта файҙа килтергән әйберҙәр тураһында һорашҡым килә», – тине.

 

Һәм Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм унан: «Һине нимә борсой, һора һуң», – тип ҡыҙыҡһынды. Һәм артабан улар араһында ошондай әңгәмә тыуҙы:

–Минең иң белемле кеше булғым килә!

–Аллаһты тәрән хөрмәт итһәң, иң белемле кеше булырһың.

–Иң байы булаһым килә.

– Әҙе менән ҡәнәғәт булһаң, иң бай кеше булырһың.

–Мин иң ғәҙел кеше булғым килә.

– Үҙең өсөн теләгәнде кешегә лә теләһәң, иң ғәҙеле булырһың.

–Иң яҡшы кеше булаһы ине.

–Кеше өсөн файҙалы бул, иң яҡшыһы булырһың.

–Аллаһ өсөн айырыуса ҡәҙерле булғым килә.

– Аллаһты һәр ваҡыт телгә ал, Уның алдында ҡәҙерле булырһың.

–Иман камиллығын теләйем.

–Холҡоңдо биҙә, иманың да камиллашыр.

–Аллаһҡа ихлас хеҙмәт иткәндәрҙән булғым килә!

–Аллаһты күрмәһәң дә, күргән һымаҡ Уға хеҙмәт ит. Ул һине ысынлап та күрә бит.

–Аллаһтың күндәм ҡолдарынан булғым килә.

–Аллаһтың һиңә йөкмәткән бурыстарын үтәһәң, тыңлаусан ҡолдары иҫәбендә булырһың.

–Ҡиәмәт көнөндә яҡтылыҡ солғанышында терелеүемде теләйем.

–Үҙеңде һәм башҡаларҙы йәберләмәһәң, Яуап көнө нурға төрөнөрһөң.

–Хөкөм көнөндә Раббымдың миңә Рәхимле булыуын теләйем.

–Үҙеңә һәм Аллаһтың бөтә ҡолдарына мәрхәмәтле бул, Ҡиәмәт көнөндә Раббың һиңә Рәхимлек күрһәтер.

–Гонаһтарым кәмеһен ине.

–Һәр ваҡыт Аллаһтан ярлыҡау һора, гонаһтарың кәмер.

–Хөрмәткә лайыҡ кеше булғым килә.

– Борсоуҙарыңды кешегә һөйләмә, иң хөрмәтлеһе булырһың.

–Иң көслөһө булаһы ине.

–Аллаһҡа тәүәккәл ит, иң көслөһө булырһың.

–Аллаһ донъялыҡ ризығымды ла арттырһын.

– Һәр ваҡыт таҙа, тәһәрәтле бул, һәм Аллаһ ризығыңды ишәйтер.

–Аллаһтың һәм Уның Илсеһенең яратҡан бәндәләре иҫәбендә булғым килә.

–Аллаһ һәм Уның Рәсүле яратҡанды һөй, һәм уларҙың яҡындарынан булырһың.

–Хөкөм көнөндә Аллаһтың асыуынан ҡотолоуымды теләйем.

 –Үҙең бер кемгә лә асыуланма, һәм Хөкөм көнөндә Аллаһ һиңә асыуын төшөрмәҫ.

–Доғамды Аллаһ ҡабул итһен ине.

– Хәрәм ҡулланыуҙан тыйыл, һәм Аллаһ доғаңа яуап бирәсәк.

–Яуап көнө барыһы алдында оятҡа ҡалдырмаһын ине Раббым!

–Енси ағзаңды зинанан һаҡла, һәм Раббың һине шул көндө хурламаҫ.

–Гонаһтарым өсөн Ҡиәмәт көнөндә фашламаһын ине Раббым!

–Диндәштәреңдең хаталарын һөйләмә, һәм Ҡиәмәт көнөндә Раббың һинекен дә күрһәтмәҫ.

–Гонаһтан нимә һаҡлай?

–Күҙ йәше, Аллаһҡа буйһоноу һәм сирҙәр.

–Аллаһу Тәғәлә өсөн ниндәй яҡшылыҡ өҫтөнөрәк?

 – Күркәм холоҡ, бәлә-ҡаза килгәндә сабыр итеү, ябай булыу.

–Аллаһ ҡаршыһында насарлыҡтың яманы ниндәй?

– Насар әхлаҡ, ҡомһоҙлоҡто күпертеү.

–Был һәм киләсәк тормошта Аллаһтың асыуын нимә баҫа?

– Йәшерен саҙаҡа, туғанлыҡ ептәрен нығытыу.

–Хөкөм көнөндә янған Тамуҡ утын нимә һүндерә?

 –Был тормоштоң бөтә бәлә-ҡазаһына сабыр итеү.

Был оло хәҙисте бөйөк имам Әхмәт ибне Хәнбәл еткергән.

 

Светлана Ғәлиуллина әҙерләне

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...