ҠАРА ЕМЕШТӘН БӘЛЕШ

ҠАРА ЕМЕШТӘН БӘЛЕШ

ҠАРА ЕМЕШТӘН БӘЛЕШ

 

Беҙгә кәрәк буласаҡ:

  • ҡара емеш (слива) - 300-500 гр
  • аҡ май (маргарин) - 250 гр
  • шәкәр - 250 гр
  • ванилле шәкәр - 2 балғалаҡ
  • 5 йомортҡа
  • он - 350 гр
  • ҡамыр йомшартҡыс - 2 балғалаҡ (йәки 1 балғалаҡ сода)
  • семтем тоҙ

 

Әҙерләү барышы:

  1. Ҡара емеште һөйәгенән таҙартып, 2 өлөшкә киҫәбеҙ.
  2. Йомшаҡ аҡ майҙы ағарғансы туғыйбыҙ. Семтем тоҙ, шәкәр, ванилле шәкәр өҫтәп, тағы туғыйбыҙ. Берәр йомортҡа һытып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамыр йомшартҡыс ҡушылған ондо иләк аша үткәреп, массаға ҡушабыҙ. Ҡуйығына ҡамыр килеп сығасаҡ.
  3. Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ, өҫтөнә ҡара емеште теҙәбеҙ.
  4. 180 градуста 30 минут бешерәбеҙ.

Бәлеш һыуынғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...