«Баноффи пай» десерты

«Баноффи пай» десерты

«Баноффи пай» десерты

Кәрәкле ингридиенттар:

печенье - 300-350 г

аҡ май - 100-120 г

2-3 банан

ярты банка ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт

200 мл һөт өҫтө (33%)

300 г эремсекле сыр

шәкәр пудраһы - 90 г

Печеньены төргәк эсенә һалып, уҡлау менән ваҡлайбыҙ ҙа, иретелгән аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Табала йә берәй һауытта печеньены тигеҙләп йәйәбеҙ. Стакан менән йөрөтөп, төбөн һәм тирә-яғын формалаштырабыҙ. 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Крем өсөн һалҡын һөт өҫтөн һәм эремсекле сырҙы, әҙерәк пудраны ҡушып туғыйбыҙ.

Десерт нигеҙен һыуытҡыстан алып, төбөнә ҡайнатылған ҡуйыртылған һөттө һылайбыҙ, банан киҫәктәрен теҙеп сығабыҙ. Өҫтөн крем менән ҡаплайбыҙ.

Сәйҙәрегеҙ ҡайнап та сыҡҡандыр, сөнки был десерт менән шунда уҡ сәй эсергә лә була. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...