Байрам ҡаҙы

Байрам ҡаҙы

Ҡаҙҙы туңдырғыстан бер көн алдан сығарып, һыуытҡыста тотоп алырға. Аҙаҡ маринад менән мул ғына һылап, йәнә көн дауамында шулай тоторға (10 сәғәттән кәм булмаһын).

 

Маринад өсөн түбәндәгеләр кәрәк буласаҡ: 3-4 аш ҡалағы көнбағыш майы, сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр (паприка, үләндәр), 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы горчица, ярты әфлисүн һуты (лимон һуты ла мөмкин)

Маринадланған ҡаҙҙың эсен алма һәм әфлисүн менән тултырып, теш таяҡсаһы ярҙамында ябырға йә тегеп ҡуйырға.

Ҡаҙҙы бешерә торған махсус шыптырға (рукав) урынлаштырып, ике яҡ осон яҡшылап бәйләргә һәм 2,5 сәғәткә мейескә оҙатырға (180 градусҡа). Бешә башлағас, шыптырҙы 2-3 урындан энә менән тишергә.

Ҡаҙ янына үҙегеҙ теләгән гарнирҙы бешерергә була.

Татлы, һутлы байрам ҡаҙы әҙер. Аштарығыҙ тәмле, бәрәкәтле булһын!

 

Уңған килен Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...