Ҙур бәлеш

Ҙур бәлеш

Ҡамыр өсөн:

200 г аҡ май, йәки маргарин (иретелгән)

200 мл йылы һыу йәки һөт

1 балғалаҡ тоҙ

1 аш ҡалағы шәкәр

он

Эслек өсөн:

0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш)

0,5 - 1 кг бәрәңге

2 баш һуған

әҙерәк аҡ май

тоҙ, борос

Ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға. Тағы ла бәләкәй йәймә менән бәлештең өҫтөн биҙәргә. Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.

190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.

1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге «ҡапҡасын» асып, ярты стакан ҡайнар һыу (уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға. Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ) һәм ҡурғаш менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә.

Байрам табынының биҙәге булырҙай татлы, һутлы ла ҙур бәлеш әҙер. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Уңған килен

Зөбәржәт Утарбаева

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...