Әҙәптәр

Әҙәптәр

Әҙәптәр

Шуны бел, ғилем алыусылар өс хәлдең береһендә була. Берәүҙәр белемде әхирәттә ярҙам итһен өсөн өйрәнә һәм Аллаһ рәхмәтен һәм мәңгелекте эҙләй. Улар ҡотҡарыласаҡ.

Икенселәр белемдәре ярҙамында кешеләр араһында хөрмәт һәм ихтирам яулап, был донъяла оторға, байлыҡ тупларға уйлайҙар. Әммә шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең маҡсаттарының буш, бер нигә яраҡһыҙ икәнен аңлайҙар. Улар хәүеф аҫтында. Әгәр улар үлем килеп еткәнгә тиклем тәүбә ҡылып өлгөрмәһә, ахыры насар булыуы мөмкин, уларҙың тәҡдирен Аллаһу Тәғәлә хәл итәсәк.

Әгәр ҙә, киреһенсә, әжәлдәре етер алдынан тәүбә ҡылып, алған белемдәре буйынса эш итә башлаһалар, етешһеҙлектәрен йәшерһәләр, улар беренсе ҡотҡарылған төркөмгә инәсәк. Сөнки, кем тәүбә итә, ул бер ҡасан да гонаһ ҡылмағанға тиң була.

Шайтан ауҙарына эләккән төркөм дә бар. Улар ғилемде байыу, абруй ҡаҙаныу өсөн бер ысул итеп һайлағандар. Белемдәрен донъяуи маҡсаттарына ирешер өсөн ҡулланалар. Шуға ҡарамаҫтан, улар, ғалимдар кейемендә йөрөгәс һәм ғалимдар һымаҡ һөйләгәс, уларға ла Аллаһ та айырым әһәмиәт бирә, тип уйлайҙар. Ысынында, улар йәндәре һәм тәндәре менән был донъя байлыҡтарына бирелгәндәр. Хужаһына бәйләнгән эт һымаҡ. Улар − алданған ахмаҡтар, һәм үлемгә дусар булған төркөмгә инәләр. Улар үҙҙәрен, дөрөҫ эш итәбеҙ, тип уйлағанға, тәүбә ҡылыуҙарына өмөт юҡ. Күрәһең, түбәндәге аятты улар онотҡан: “Эй, иман килтергән кешеләр! Ни өсөн, һеҙ үҙегеҙ эшләмәгәнде һөйләйһегеҙ?” (“Ас-Сафф” сүрәһе, 2-се аят).

Бер ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ошо төркөм кешеләре тураһында әйтә:

− Һеҙгә Дәжжәлдән дә ҡурҡынысыраҡ нәмә бар.

Сәхәбәләр:

− Йә, Аллаһ Рәсүле! Нимә ул? − тип һорағандар.

− Насар ғалимдар – тигән Рәсүлуллаһ ﷺ

Эйе, ул ғалимдар Дәжжәлдән дә ҡурҡынысыраҡ. Сөнки Дәжжәлдең маҡсаты кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙырыу, ә насар ғалимдарҙың телдәрендә донъянан ҡасырға өндәү, ә үҙҙәре ҡылыҡтары менән кешеләрҙе, киреһенсә, донъя байлыҡтарына этәрәләр. «Хәл» (йәндең торошо) теленең «ҡаль» (һүҙ менән өгөтләү) теленә ҡарағанда йоғонтоғо күпкә көслөрәк. Кешеләр ғәҙәттә өндәгәнгә түгел, ә тормошта күргән ғәмәлдәргә эйәреүсән. Ул аҙашҡан ғалимдарҙың һөйләгән һүҙҙәренән йүнәлеп киткәндәргә ҡарағанда, уларҙың ҡылыҡтарына ҡарап боҙолғандар күберәк. Сөнки наҙандар тик ошо төркөм ғалимдарының кәңәштәре һәм дәртләндәреүҙәре арҡаһында донъя байлыҡтарына ынтылалар. Шуға күрә был ғалимдарҙың белеме − кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе бер сәбәп. Бынан тыш, ул наҙандар Аллаһтың рәхимлегенә өмөттәрен юғалтмайҙар һәм ҡайһы бер кешеләр араһында үҙҙәрен яҡшыраҡ тип тоялар.

Эй, ғилем эстәүсе! Һин беренсе төркөмдән булырға тырыш! Икенсе төркөмдән ҡас, сөнки күпме кеше, тәүбәһен кисектереп, ҡапыл үлемгә дусар булып, барыһын да юғалтҡан. Һис кенә лә өсөнсө төркөмдән булып ҡуйма!

Һин шул тиклем түбән төшөп, ҡотолоуға бар өмөтөңдө юғалтыуың ихтимал.

Һәм хәҙер һин: «Ярай, әммә хәҡиҡәттең башы ҡайҙа һуң?» − тип һорай алаһың. «Әйҙә мин үҙемде тикшерәйем» − тип әйт.

Бел, хәҡиҡәттең башы – ул асыҡ күренгән тәҡүәлек. Әммә аҙағы тәүфиҡ була. Тәҡүәһеҙ яҡшы үлемгә ирешеп булмай, ә хәҡиҡәткә тик тәҡүәлеләр генә етә ала. Тәҡүә – ул Аллаһтың ҡушыуын үтәү һәм хәрәмдән тыйылыу. Тимәк, тәҡүәнең ике яғы бар. Артабан мин һиңә ҡыҫҡаса тәҡүәнең нигеҙҙәрен аңлатасаҡмын. Шулай уҡ ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында һөйләрмен.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Имам Әбү Хәмид әл-Ғазалиҙың «Әҙәптәр» китабынан

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...