Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ асыуы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ асыуы тураһында

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ асыуы тураһында

Рәсүлебеҙ ﷺ тик Аллаһ өсөн генә асыуланған һәм үҙе өсөн көймәгән. Уның асыулы икәнен йәки ҡәнәғәт булыуын йөҙөнән танырға мөмкин булған. Ул бер ҡасан да кешегә оҡшамаған нәмәне туранан-тура әйтмәгән.

Бер саҡ уға һары төҫтә кейенгән ир килә. Пәйғәмбәрбеҙгә ﷺ уның кейеменең төҫө оҡшамай, әммә ул уға бер нәмә лә өндәшмәй. Шунан, ул ир сығып киткәс: «Әгәр ҙә һеҙ ул кешегә, һары төҫтө башҡаса кеймә, тип әйтһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине», − ти.

Ул бер ҡасан да ғәҙелһеҙ асыуланмаған, шул ваҡытта ла ул ярһыуын һәм асыуын тышҡа сығармаған.

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ ярлыҡауы тураһында

Аллаһ Рәсүле ﷺ кешеләрҙең иң миһырбанлыһы, һәм яза бирергә мөмкин булғанда, ғәфү итергә әҙер тороусы шәхес булған.

Бер мәл уға алтындан һәм көмөштән яһалған муйынсаҡтар алып киләләр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ уларҙы сәхәбәләре араһында тарата башлай. Шул саҡта бер бәҙүән баҫа ла: «Йә, Мөхәммәд! Аллаһ менән ант итәм, һиңә Аллаһу Тәғәлә ғәҙел итеп бүлергә ҡушҡан, әммә мин һиндә ғәҙеллек күрмәйем», – ти. «Аллаһу Тәғәлә һине ярлыҡаһын, минән һуң кем һиңә тағы ла ғәҙелерәк була алыр?» − ти Рәсүлебеҙ ﷺ. Теге кеше сығып киткәс, ул: «Ипләп кенә уны миңә кире алып килегеҙ», - ти.

Икенсе тапҡыр Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Хәйбәр көмөшөн тарата. Бер кеше «Аллаһ Рәсүле, ғәҙел итеп бүл», – ти. «Аллаһу Тәғәлә һине ярлыҡаһын, әгәр мин ғәҙел булмаһам, минән башҡа кем тағы ғәҙел була ала? Әгәр ғәҙел булмаһам, минең ниәт-өмөттәрем тормошҡа ашмаясаҡ һәм мин еңеләсәкмен» − ти Рәсүлебеҙ ﷺ.

Шунан Ғүмәр баҫа ла: «Был монафиҡтың башын сабып өҙәйемме әллә?» − ти. «Аллам һаҡлаһын, мине аҙаҡ сәхәбәләрен үлтерә икән, тип ғәйепләрҙәр», − тип, Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Ғүмәрҙе тыя.

Бер йәһүд ҡатыны Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ ағыуланған һарыҡ ите алып килә. Шунан ул ҡатынды Рәсүлгә ﷺ килтерәләр. «Ни өсөн улай эшләгән ул?» − тип һорай Пәйғәмбәр ﷺ сәхәбәләренән. «Мин һине үлтерергә теләгәйнем», − тигән ҡатын. «Аллаһу Тәғәлә һиңә ундай мөмкинлекте бирмәҫ”, − ти Рәсүл ﷺ. Сәхәбәләр һорай: «Йә Рәсүлуллаһ ﷺ, беҙгә ул ҡатынды үлтерергәме?». «Юҡ», − ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

Бер ваҡыт бер йәһүд Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ сихырлай. Ябраил фәрештә был турала Рәсүлебеҙгә ﷺ хәбәр итә, һәм ул сихырҙы (йәшерелгән ерҙән) сығарып, төйөндәрен ысҡындыралар. Әммә был хәлде Мөхәммәд ﷺ йәһүдкә белгертмәй.

Риүәйәт ителгәнсә (хәҙистә), Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ағас төбөндә туҡтай, ҡоралын ағасҡа элә. Сәхәбәләр ҙә тирә-яҡҡа тарала. Шул ваҡытта бәҙүән ҡылысын сығара ла Рәсүлебеҙгә ﷺ: «Кем һине минән ҡотҡарыр?» − ти. Ул ﷺ: «Аллаһ», − ти. Шунда Ябраил бәҙүәндең ҡулынан ҡылысын атып бәрә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙ ҡылысын ала ла бәҙүәндән һорай: «Ә бына һине кем минән ҡотҡарыр?» – ти. «Бер кем дә» − ти бәҙүән. Һәм ошо урында ул ислам динен ҡабул итә.

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Әбү-Бәкр әл-Аймаҡиҙың «Фазаилүл хәбиб» китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...