Мәрт мөғжизәләре

Мәрт мөғжизәләре

Мәрт мөғжизәләре

Тыуыу

...Йәйге айлы төн. Июнь баштарында ғына була тоған сафлыҡ бөркөлә тирә-йүндән. Тауҙар, ағастар, үләндәр, бөтә донъя яп-яҡты – ай нурына солғанып, ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй сихри тынғылыҡҡа сумған. Серҙәре мәңге асылып бөтмәҫ икһеҙ-сикһеҙ йыһанда – меңәрләгән йондоҙҙар араһында – саң бөртөгөндәй генә ер шары юлдашы ай менән, үҙҙәрен барлыҡҡа килтереүсене данлағандай, Ул күрһәткән юлдан һис тайпылмай, тик үҙҙәре генә аңлаған телдә һөйләшәләр кеүек...

Өйҙән ир кеше килеп сыҡты, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Ниҙелер көткәндәй, ишек алдында йөрөп алды, ауыл өҫтөндә ишетелгән тауыштарға ҡолаҡ һалды, ҡаршылағы тауға күҙ ташланы. Тәбиғәттең тыныслығы ирҙең күңеленә күсте, күтәрелеп айға ҡараны, уныһы, бының хәлен аңлағандай, көмөштәй нурҙары менән ҡосоп алды. Айҙың матурлығына һоҡланып, нурҙарына ҡойоноп, рәхәтлек кисереп ултырғанда, өйҙән яңы тыуған сабый тауышы ишетелде. Ир ҡыуанысынан тороп баҫты, башынан, ҡыҙым тыуһа, Айһылыу тип исем ҡушам, тигән уй үтте.

Өс ҡыҙҙан һуң тыуған Айһылыу татыу ғаиләлә атай иркәләүен, әсәй хәстәрен, ҡартәсәй яратыуын, апай-һеңлеләр иғтибарын татып, иркәләнеп үҫте. Өфөлә урта мәктәпте тамамлаған үҙе сибәр, шаян, тиктормаҫ һәм шул уҡ ваҡытта аҡыллы ҡыҙ, яҙмыш ҡушыуы буйынса ата йортона ҡайтты һәм эшкә төштө.

Йәшлек

Әхирәте менән ауылдан ауылға йөрөп, магазиндарҙа ҡуйылған электр ҡоролмаларын тикшерҙеләр, боҙолған-дарын йүнәттеләр. Кис клубтарға йөрөп, йәштәр менән бейеп, күңел астылар. Ут кеүек дәртле, эштә лә, уйында ла янып торған ҡыҙҙарға күҙ атыусылар күп булды. Айһылыу, аҡыллы, баҫалҡы Фәнилдең һөрмәле күҙҙәренә ғашиҡ булып, уны һайланы. Матур ғына итеп йәшәп киттеләр, тик бер нисә айҙан Фәнилде ике йылға армияға алдылар. Бала тыуырын көтөп, иркәләнеп кенә йәшәгән Айһылыуға был мәңгелеккә айырылышыу кеүек тойолдо, тормошонда бер йәм дә ҡалмағандай булды. Ул ҡайғыға батты. Бала тыуыр мәл етте. Бик ҡаты ауырыны Айһылыу, хатта ауыртыныуға сыҙай алмай, тәҙрә аҫтындағы батареяны урынынан ҡуҙғатты.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында ауылдарҙа мәсеттәр юҡ тиерлек, булғандарының да ишектәре бикле. Ҡөрьән тотоп ултырған имамдар ҙа юҡ, халыҡ һуҡыр һәм һаңғырау ине. Айһылыу ҙа бисмилләһте белмәне: “Йә Аллам, балаҡайымды иҫән-һау табырға насип ит!” – тип доға ҡылып, Аллаһтан ярҙам һорарға кәрәклеге башына ла инеп сыҡманы.

Бала менән әсә өйгә ҡайттылар, ошндай ҡыуаныслы мәлдә эргәһендә иң яҡын кешеһенең булмауы Айһылыуҙың күңелен һағышландырҙы, балаға ҡарап Фәнилен иҫенә төшөрҙө. Әсәһе ҡыҙының хәлен аңлап, үҙҙәренә алып ҡайтты. Бер нисә көн әсәй эргәһендә йәшәп, күңеле тынысланып ҡалды Айһылыуҙың. Тик бер көн иртәнсәк бала илағанға ла уянманы йәш әсә.

Осоу

Айһылыу йоҡоға талды. Матур аҡ йөҙө, алһыуланып торған бит остары, үксәһендәге тамырҙың саҡ-саҡ ҡына булһа ла һуғып тороуы уның тере икәнлеген белдерә. Әммә Айһылыуҙың йәне, баланың ышаныслы ҡулдарҙа икәнен тойғандай, Мәңгелектең үҙенә табан юл алды.

Бына ул, йәш сибәр ҡыҙ, оҙон сәстәре түбәһенә өйөп ҡуйылған, ҡара ерлектә ҡып-ҡыҙыл розалар төшөрөлгән күлдәктә, бейек үксәле ҡыҙыл туфлиҙарҙа йәм-йәшел ағастар араһында баҫып тора. Шулай торған ерҙән ҡапыл ниндәйҙер көс тарафынан еңел генә күккә күтәрелә башланы. Бер ере лә һелкенмәй, төп-төҙ генә оса. Бына ағастар аҫта ҡалды, өйҙәр, тауҙар, ер ҙә артта ҡалды, хатта ҡояш та артта тороп ҡалды, ә Айһылыу һаман күтәрелә лә, күтәрелә...

(Дауамы бар)

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...