Атайым

Атайым

Атайым бик оҫта булды. Ике бүлмәле йорт һалды, тәҙрәләрен тыш яҡтан семәрләп, төрлө төҫтәге быялаларҙы онтап, йәбештереп, биҙәп ҡуйҙы. Ағастан батмус, һандыҡ, өҫтәл-ултырғыстар, хатта диванды ла үҙе эшләй, артығын һатып та ебәрә.

 

Бигерәк тә өйҙө йәмләп ултырған семәрле этажеркаһы оҡшай. Уның башындағы радионы атай электр тогына тоташтырһа, моңло башҡорт йырҙары ағыла башлай. Фәриҙә Ҡудашева, Рамаҙан Йәнбәков һәм башҡа йырсылар ошо радионың эсендә йәшәйҙер, уны асып ҡараһаң ине, тип хыялланам.

Атайым электр приборҙарын да үҙе йүнәтә, спираль ҡуйып ашарға бешерә торған плитка эшләп бирҙе әсәйемә. Мин һәр саҡ атай эргәһендә уралам, бөтә инструменттарының исемдәрен беләм, электр тогының нисек ҡурҡыныс икәнен дә төшөндөм. Был белемдәрем миңә бәләкәс туғандарымды үлемдән ҡотҡарып ҡалырға сәбәп булды.

Бер ваҡыт ата-әсәйем йомош менән Баймаҡҡа барып ҡайтырға булдылар. Апайҙар ҡайҙалыр киткән, алғы яҡта урындыҡта күҙе күрмәгән ҡартәсәйем ултыра, мин һауыт-һаба йыуам. Икенсе бүлмәлә ике-өс йәшлек игеҙәк ҡустым менән һеңлем уйнайҙар. Бер ваҡыт балалар йөрөгән яҡтан ниндәйҙер ҡурҡыныс ят тауыш ишетелде. Сығып ҡараһам, ҡустым ике сөйҙө розеткаға тыҡҡан, һеңлем дә уға йәбешеп, икәүләп ток һуғыуҙан дерелдәп, ни илай, ни ҡысҡыра алмай торалар. Мин бер нисә секунд ҡатып торҙом да, атайым һөйләгәндәре иҫкә төшөп, тышҡа йүгерҙем. "Балта урынында ғына булһа ине!" – тигәй уй башымда. Балта түмәргә сабылған ине, уны тартып алып, өйгә инә һалып, розетканан өҫтәрәк, электр сымына ике тапҡыр һуғып ебәреүем булды, игеҙәктәрем ысҡынып ҡолап килеп төштөләр. Балаларҙы тынысландырып, балтаны урынына ҡуйып, сабылған сым урынын ҡарайым. Атайым үҙ ҡулдары менән эшләгән семәрле йәшел рамканы боҙғанмын. Ҡартәсәйемә был турала илап һөйләнем, ул, өҫтөнә тәҙрәнең селтәрен ябып, ҡаплап ҡуйырға, әлегә атайға әйтмәй торорға ҡушты. Ҡасан атайым селтәрҙе асып, минең эште күреп әрләр икән, тип бик оҙаҡ ҡурҡып йөрөнөм. Ҡартәсәйем атайыма үҙе ипләп кенә аңлатҡан булған: "Айһылыу балаларҙы үлемдән ҡотҡарҙы, әрләмә уны, илай, ныҡ ҡурҡа һинән", – тигән.

Бер көн иртән кемдер башымдан һыйпағанға уянып киттем. Атайым икән, мин өҙгән сымды йүнәтеп, радионы тоташтырған, өйҙә талғын ғына көй ағыла.

– Айһылыу, ҡыҙым, һин маладис булғанһың, ярай әле бәләкәстәргә үҙең тотонмағанһың, юғиһә өсөгөҙ ҙә ошонда үлеп ятыр инегеҙ, ҡартәсәйең һеҙгә килеп тотонһа, бәлки, ул да үлер ине, – атайым, минең батыр булыуыма, балаларҙы үлемдән алып ҡалыуыма рәхмәт әйтеп, маңлайымдан үпте, ҡытыршы ҡулдары менән арҡамдан һөйҙө.

 

Айһылыу Сәләхова, Сибай ҡалаһы

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...