Мөнәжәт

Мөнәжәт

Һәр кешелә төрлө-төрлө холоҡ барҙыр,

Бер әҙәмдең күңеле киңдер, беренең тарҙыр.

Тар күңелде утта тотоп киңәйтергә,

Әхирәттә беҙҙең өсөн тамуҡ барҙыр.

 

Һәр бәндәнең ҡаршыһында − һайлау тора.

Фәрештә лә, шайтаны ла ылыҡтыра.

Ни һайлауыбыҙға ҡарап, беҙҙе көтөп,

Ҡаршыбыҙҙа ожмах менән тамуҡ тора.

 

Болот менән ҡапланғандыр күктең йөҙө,

Донъя менән ҡапланғандыр күңел күҙе,

Шул пәрҙәне ташламаһа, бәндә үҙе −

Мәңгелеккә ҡара булыр уның йөҙө.

        

Изге бәндә − ниндәй бәндә? Белһәң ине!

Изгелектә яуызлыҡ бар − күрһәң ине!

Изгелектең нәтижәһе − изгелекме,

Яуызлыҡмы − шуны алдан белһәң ине!

 

Изгелектең кире яғы − яуызлыҡтыр.

Һәр яуызлыҡ − күңел өсөн ауырлыҡтыр.

Яуызлыҡты ауыҙлыҡлап булмағанда,

Иң яҡшыһы − түҙә белеү, сабырлыҡтыр.

 

Ярҙамдарын бирер Хоҙай сабырҙарға,

Насар, тайғаҡ юлға баҫып абынғанға

Бирмәһә бирмәҫтер, бәлки, башҡаларҙы

Аллаһтан олораҡ күреп, табынғанға.

 

 

Ҡасим Бәширов,

Архангел районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...