“Иманлы булһын уйҙарың...”

“Иманлы булһын уйҙарың...”

“Иманлы булһын уйҙарың...”

Доға

Тау артында, һоро яландарҙа,

Ауыл һуҡмаҡтарын өйрөлткән,

Урмандарға бағам, болондарға –

Ҡойма буйын баҫҡан кесерткән.

Иртә менән манаранан өҫтә

Күкшелләнә күктең төҫтәре.

Күлдән иҫкән наҙлы елдәр иркә

Һыйпап үтә үлән өҫтәрен.

Яратам мин иртә яҙҙың йырын,

Бормаланып аҡҡан йылғаны.

Яҡын миңә торналарҙың моңо,

Тау битендә үҫкән ҡылғаны.

Һәр кис һайын күк томанда

Элһә ҡояш алһыу дуғаһын,

Манараға ҡарап күңелкәйем

Эстән генә уҡый доғаһын

Әрүахтарға доға бағышлай ул:

Ишетһәңсе мине, Аллаһым!

Был тормошта беләр-белмәҫ ҡылған

Ярлыҡаһаң ине гонаһым!

 

 

 

Яугир – мулла

Бөтә нәмә аҫты-өҫкә килһә,

Буталғанда фани донъялар,

Динен ҡурсып, яу юлына баҫа

Ҡуш йөрәкле ҡыйыу муллалар.

Иртә таңда ҡояш офоғона

Элеп ҡуйһа нурлы дуғаһын,

Яугирҙәргә именлекте теләп,

Уҡый мулла изге доғаһын!

Үткер текләп Ҡөрьән биттәренә

Һағыш менән тулған күҙҙәрен,

Әкрен генә көйләй үҙ алдына

Моңға тулған доға һүҙҙәрен!

Яу ҡырына бара дин әһеле

Ҡурсып, яҡлап, халҡы улдарын,

Улар менән бер сафтарҙа үтә

Дәһшәт тулы яуҙың юлдарын!

 

 

 

 

Яугир мулла Хәмзә Хафизов

 

 

 

 

Ҡорал алмаҫ һис тә ҡулдарына,

Ҡөрьән һүҙе булыр ҡоралы!

Үлгәндәргә йыназаһын уҡыр,

Доға уҡыр булһа яралы!

Өмөтһөҙгә ул ышаныс бирер

Дауалар ҙа күңел яраһын,

Муллалар бит – күпер: тоташтырған

Аллаһ менән әҙәм араһын!

Борондан бит һаман шулай килә –

Ҡайҙа ғәскәр – шунда муллаһы.

Мосолмандың йәнен ҡурсаласы,

Яҡлаусыһы булсы, Аллаһым!

Муллалар бит диндең яугирҙәре –

Ауырлыҡты бергә кисәләр

Ул барҙа күңел тынысыраҡ –

Шуны белә ата -әсәләр!

 

 

Иман

Иманлы булһын ҡылғаның,

Иманлы булһын эшең!

Һин эшләгән, ҡылғаныңдан

Риза булһын кешең!

Иманлы булһын уйҙарың,

Бары изге теләктән.

Яҡшылығың кире ҡайтыр,

Тип әйтәләр электән!

Иманлы булһын тормошоң,

Иман алға ҡуйылһын!

Халҡыңдың алтын һүҙҙәре

Күңелеңә уйылһын.

Ихтирам ит өлкәндәрҙе,

Ҡолаҡ һал һүҙҙәренә!

Уларҙың биргән аҡылын

Ҡуй күңел түрҙәреңә!

Иманлы эш күтәрер ул

Тормоштоң үрҙәренә:

Мәңгелектә һиңә яҙыр

Ожмахтың түрҙәре лә!

Иман менән мохтаждарға

Ярҙам ҡулдарыңды һуҙ

Был тормошта тура атлап,

Яҡты йөҙөң менән уҙ!

Айырырһың көндәлектә

Яҡшы менән яманды,

Яҙыҡ эштән тыйылырһың

Алға ҡуйһаң иманды!

Изгенән булһын маҡсаттар,

Хәйерле булһын юлың!

Алда күктәге йондоҙҙай

Маяҡ булһын иманың!

 

Сынтимер Юлуев,

Баймаҡ районы

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...