Боронғо зыяраттар

Боронғо зыяраттар

Боронғо зыяраттар

Ауылдарҙың ситтәрендә генә

Бик боронғо зыяратҡайҙар ҙа бар.

Яҙҙарында тәүге гөлдәр үҫә,

Ҡышын ҡаплап китә ап-аҡ ҡарҙар...

 

Онотолған ҡәберлектәр етем,

Ауылдары бынан күптән күскән.

Нигеҙҙәрен кемдәр эҙләп табыр –

Сүп үләндәр, кесерткәндәр үҫкән.

 

Әруахтарҙың донъяһында йөрөйөм –

Ҡәбер өҫтө тигеҙләнгән күптән.

Танымаҫлыҡ ғәрәп хәрефтәре,

Таштары ла мүкләнептәр бөткән.

 

Ергә сүккән аҡ таштары менән –

Түмгәк-түмгәк боронғо ҡәберҙәр...

Изге йәндәр ятҡан ҡәберҙәрҙе

Иҫләр һуң кемдәр, кемдәр ҡәҙерләр?

 

Заманында изге бабаларым

Мәсеттәрен бергә ҡорғандарҙыр.

Аҙандары киңлектәрҙе үлсәп,

Йыһан шауы менән сорналғандыр...

 

Яҙмыштары – үткән дәүерҙәрҙә,

Йылдар һүтеп-һүтеп аҡҡан ваҡыт.

Таштарынан эҙләйем йылылыҡтар,

Һулыштарын тыңлайым ергә ятып.

 

Йәшәп киткән йылдар миҙгелендә

Күпме серҙәр тороп ҡалалар бит.

Онотолған зыярат өҫтәрендә

Хәҙер килеп өйҙәр һалалар бит.

 

Тигеҙләнгән ҡәбер өҫкәйҙәрен

Ер еләге тотош ҡаплап киткән.

Күбәләктәр оса сәскәләрҙә –

Әллә инде улар йәне микән?

 

...Юл тоттом мин тыуған ауылыма.

Иҫкеһе вә унда яңы зыярат.

Ир-аттары йәшен эскә йота,

Ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй – күрәм – илап...

 

Атай-әсәй яңы зыяратҡайҙа,

Ҡәберҙәрен килеп ҡәҙерләйбеҙ.

Килер йылдар беҙгә ни килтерер –

Алдағыһын ғына һис белмәйбеҙ...

 

Рухтарына арнап, һәр йыл һайын

Йәсин уҡый яҡын дин әһелем.

Ни кисерә унда изге йәндәр,

Белеп-аңлап булмаҫ улар хәлен...

 

Яңы зыярат уратылған күптән,

Мал-тыуарҙар унда кермәҫ өсөн.

Минең бында ғәзиздәрем ята,

Һинең дә бар унда ғәзиз кешең...

 

Йолаларҙы боҙмай, йыназалап,

Ерләгәндәр доғаларҙы уҡып.

Гүрҙә ятҡандарҙы иҫкә алып,

Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен уҡыт.

 

Ярҙам итһәң етем, фәҡирҙәргә,

Аман булыр ерҙә ырыҫ һәм ҡот.

Үлгәндәргә бары доға кәрәк,

Ятыр улар беҙгә рәхмәт уҡып.

 

Дилә Булгакова

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...