Бурыстан ҡотҡара торған доға

Бурыстан ҡотҡара торған доға

Бурыстан ҡотҡара торған доға

Әбү Сәид әл-Хүҙринән  етекерелгәнсә, бер көн Пәйғәм-бәребеҙ ﷺ мәсеттә Әбү Үмәмәне  күрә. «Йә, Әбү Үмәмә, ни өсөн һин мәсеттә намаҙ ваҡытынан тыш ултыраһың?» – тип һорай Аллаһ Рәсүле ﷺ. «Донъя мәшәҡәте һәм бурыстар мине ялмап алды», – ти Әбү Үмәмә. «Аллаһу Тәғәлә һине ошо бурыстарҙан ҡотҡара торған һүҙҙәргә өйрәтергәме?» – ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. «Йә, Аллаһ Рәсүле, өйрәт» – ти Әбү Үмәмә.

«Йоҡлар алдынан һәм уянғас, ошо доғаны уҡы:

 

اللَّهُمَّ إِنِّي أَعُوذُ بِكَ مِنَ الْهَمِّ وَالْحَزَنِ، وَأَعُوذُ بِكَ مِنَ الْعَجْزِ وَالْكَسَلِ، وَأَعُوذُ بِكَ مِنَ الْجُبْنِ وَالْبُخْلِ، وَأَعُوذُ بِكَ مِنْ غَلَبَةِ الدَّيْنِ، وَقَهْرِ الرِّجَالِ

Уҡылышы: «Аллаһумма инни әғүҙү бикә минәл-һәмми үәл-хәзәни үә әғүҙү бикә минәлғаджзи үәл-кәсәли үә әғүҙү бикә үәл-жүбни үәл-бухли үә әғүҙү бикә мин ғаләбәтид-дәйни үә ҡаһрир-риджәл»

 

Мәғәнәһе: «Йә, Аллаһым! Мин тынысһыҙлыҡтан һәм ҡайғынан, көсһөҙлөктән һәм ялҡаулыҡтан, һаранлыҡтан һәм ҡомһоҙлоҡтан, бурыс ауырлығынан һәм кешеләрҙең золом ҡылыуҙарынан Һиңә һыйынам».

 

Әбү Үмәмә: «Ошо һүҙҙәрҙе даими әйтә башлғас, Аллаһу Тәғәлә мине мәшәҡәттәрҙән арындырҙы һәм бурыстарымды ҡапланы», – ти (Әбү Дәүд).

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...