Тәүбә ҡылыу доғаһы

Тәүбә ҡылыу доғаһы

Аллаһ Рәсүле: «Һәр әҙәм балаһы гонаһлы, әммә хата ҡылған кешенең иң хәйерлеһетәүбә иткәне», – тигән.

 

Тәүбә ҡылыу – ул гонаһтарыбыҙ өсөн Аллаһтан ғәфү итеүен һорау.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ күп төрлө тәүбә доғаларын уҡыған. Шуларҙың араһынан ошоһон тәҡдим итәбеҙ:

أسْتَغْفِرُ اللَّهَ الَّذي لا إِلهَ إِلاَّ هُوَ الحَيَّ القَيُّومَ وأتُوبُ إِليْهِ

 

«Әстәғфиру-Ллаһа-лләҙии ләә иләәһә иллә һүүәл-Хәййәл-Ҡәййүмә үә әтүүбү иләйһи».

Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә: «Кем йоҡларға ятыр алдынан өс тапҡыр: «Әстәғфиру-Ллаһа-лләҙии ләә иләәһә иллә һүүәл-Хәййәл-Ҡәййүмә үә әтүүбү иләйһи» − тип әйтә, Аллаһ уның диңгеҙ күбектәре һанындағылай гонаһтарын, ағастағы күпме япраҡ бар, шунса гонаһтарын, йәки Ғәлидж тигән сүллектәге күпме ҡом бар, шунсама гонаһтарын, был донъя күпме дауам итәсәк, шунсама көндәргә тиң гонаһтарҙы ғәфү итер», − тигән. (имам Әхмәд, 11074, Тирмиҙи, 3397)

Тәүбә ҡылыуҙа шулай уҡ түбәндәге шарттарҙы үтәү мотлаҡ:

-        Тәүбә ҡылған кеше иң тәүҙә гонаһтары өсөн ысын күңелдән үкенергә тейеш.

-        Шунан, Аллаһтан ҡурҡып, был гонаһты эшләүҙән туҡтарға һәм башҡаса уны ҡылмаҫҡа кәрәк.

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...