БАЛАЛАРҘЫ ТӨРЛӨ ЯМАНЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАУ ӨСӨН

БАЛАЛАРҘЫ ТӨРЛӨ ЯМАНЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАУ ӨСӨН

БАЛАЛАРҘЫ ТӨРЛӨ ЯМАНЛЫҠТАРҘАН ҺАҠЛАУ ӨСӨН

Аллаһ Илсеһенең ﷺ ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә (Аллаһ уларҙан риза булһын) былай тип доға ҡылғаны риүәйәт ителә:

 

أُعِيذُكُمَا بِكَلِمَاتِ اللهِ التَّامَّةِ مِنْ كُلِّ شَيْطَانٍ وَهَامَّةٍ، وَمِنْ كُلِّ عَيْنٍ لاَمَّةٍ

 

«Үғииҙүкүмәә бикәли-мәәтил-ләәһит-тәәммәти мин күлли шәйтаанин үә һәәммәһ, үә мин күлли ғәйнин ләәммәһ». (Бер ир бала өсөн – «үғииҙүкә», бер ҡыҙ бала өсөн – «үғииҙүки», ике бала өсөн – « үғииҙүкүмәә», икенән күберәк ир балалар йәки ир һәм ҡыҙ балалар өсөн – «үғииҙүкүм», икенән күберәк ҡыҙ балалар өсөн – «үғииҙүкүннә»).

Мәғәнәһе: «Аллаһтың камил һүҙҙәренә улар һеҙ икәүҙе (йәки һине, йәки һеҙҙе) һәр төрлө шайтандан һәм төрлө зыянлы бөжәктәрҙән йәнә күҙ тейеүҙән һаҡлаһын тип һыйынамын!»

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...