Сафлыҡ ҡалһын беҙҙең арттан!

Сафлыҡ ҡалһын беҙҙең арттан!

Сафлыҡ ҡалһын беҙҙең арттан!

Ҡәҙерле туғандар! Туғандар, тип өндәшәмен, беҙ – Һаҡмар, Ағиҙел һыуын кисеп, бер Ирәндек тауҙары буйлап йүгереп йөрөп үҫкән улдар һәм ҡыҙҙар – бер Урал күкрәгендә йәшәйбеҙ.

 

Ирәндек буйында бесән сапҡан оло инәйҙәр һәм олатайҙар, ҙур ҡаяларға тиң башҡорт иленең төрлө милләт вәкилдәренең балалары, әммә төрлө милләт булһаҡ та, нисәмә быуат инде бер байраҡ аҫтында берҙәм, дәррәү йәшәп килгән изге төйәгебеҙ, Башҡортостаныбыҙ, Гөлбөстаны-быҙҙың халҡы булып әлеге көндә лә дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәп киләбеҙ, Әлхәмдүлилләһи шөкөр!

Тәбиғәтебеҙҙең ауазын ишетеп, күңеленән үткәргән, йөрәгенә ниндәйҙер борсоу итеп алған һәм ярҙам итергә теләгән һәр кешенең тәне генә түгел, йәне лә ошо ерҙең һыу-күлдәре, ҡоштары, урманы менән бәйле! Тимәк, ул ошо ерҙән, ошо тупраҡтан яралған булған! Аллаһу Тәғәләбеҙ: «Тәбиғәтте, кейек-ҡоштарҙы, үҫемлектәрҙе ерҙең сикһеҙ мөғжизәһе үә биҙәге итеп булдырҙым һәм яраттым, – тигән. – Мин һеҙҙең диңгеҙ киңлегендәй, тау бейеклегендәй гонаһтарығыҙҙы ғәфү итмәгән хәлдә лә ошо ер биҙәге булған тәбиғәтен, ғәзиз ҡоштарын, хайуандарын ҡәҙерле сабый балалар хаҡына һаҡлармын, һеҙҙе ярлыҡармын һәм кисерермен. Ғәфү һорағыҙ. Ғәфү һорағандарҙы ғәфү итермен», – тигән Бөйөк Аллаһу Тәғәләбеҙ. Бына ни өсөн тәбиғәтте, ундағы матурлыҡты ҡурсырға кәрәк беҙгә! Йәнтөйәгебеҙҙә башҡарылған һәр файҙалы эшебеҙҙе Раббыбыҙ саҙаҡа-жәрийә итеп ҡабул итер, тип яҙылған изге китаптарҙа.

Саҙаҡа-жәрийә ике донъяла ла сикһеҙ сауаптары менән беҙҙе ҡыуандырып ҡына торор. Аллаһ хозурына яҡты, нурлы йөҙөбөҙ менән ҡайтайыҡ. Үҙ йортобоҙҙо көн һайын таҙартып-йыуып торған кеүек тәбиғәтебеҙҙе лә, эсәр һыуҙарыбыҙҙы ла, тау-урмандарыбыҙҙы ла ҡәҙерләп һаҡлап йәшәйек!

Донъя фани, артыбыҙҙан сафлыҡ ҡалһа, ахыры барыр урыныбыҙ ҙа сафлыҡта булыр. Беҙ был донъяла уңыш сәсәбеҙ, ә уның тәмен мәңгелек донъяла – Ожмах тигән баҡсала татырбыҙ. Шуның өсөн был донъяла сафлыҡ, хозурлыҡ булдырып ҡына йәшәйек. Тирә-яғыбыҙҙы һәр ваҡытта ла һаҡлайыҡ, яратайыҡ, бергә, берҙәм булайыҡ, ин шәә Аллаһ Рахман!

 

Альбина Байназарова,

Сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...