Ерҙә күргәндәр

Ерҙә күргәндәр

Ерҙә күргәндәр

Хөрәсәндә донъяға килгән бер баланың тәненең бер яғына «Ләә иләәһә илләә Аллааһу», ә икенсе яғына «Мөхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип яҙылған була.

 

Был хәбәрҙе ишеткән кешеләр, баланы күреп, был яҙыуҙарҙың ысынлап та барлығына шаһит булды.

Ибне Мәрзук Абдуллаһ ибне Сухандан риүәйәт тыңлап ҡарайыҡ:

– Даръяның уртаһында инек. Көслө бер тулҡын беҙҙе Һинд утрауҙарының береһенә сығарып атты. Ул ерҙә хуш еҫле бер ҡыҙыл гөл күрҙек. Гөлдөң япраҡтарына аҡ төҫ менән Аллаһтың берлеге тураһында яҙылған ине. Ә бер аҡ гөлгә шундай уҡ яҙыу, әммә инде һары төҫ менән яҙылғанын күрҙек.

Ә хәҙер Ибне Арими ибне Али ибне Абдуллаһ Әл-Хашимит риүәйәтен тыңлап ҡарайыҡ.

– Һиндостан гөлбаҡсаларының береһендә мин ғәйәт хуш еҫле, ҡара төҫтәге бер гөлдө күрҙем. Гөл япраҡтарына аҡ төҫ менән тәүхид кәлимәһе (Аллаһ берлеге тураһында һүҙҙәр) һәм «Әбү Бәкер» һәм «Ғүмәр» исемдәре яҙылған ине. Мин башта шөбһәгә төшөп: Ҡыҙыҡ, махсус бер кеше тарафынан яҙылдымы икән?» – тип уйланым һәм әле таждары асылмаған бер гөлдө астым. Унда ла шул уҡ яҙыуҙарҙы күреп хайран ҡалдым. Был эш кеше ҡулы башҡарған эш түгел ине, сөнки унда йәшәүсе кешеләр таштарға ғына табына (мәжүсиҙәр), Аллаһу Тәғәләне белмәй ине.

Әбү Абдуллаһ ибне Мәтик һөйләй:

– Һинд йылғалары буйындағы Камилә тигән ергә юлым төштө. Ул ерҙә бәдәм ағасына оҡшаш ағастар күрҙем... Емештәренең береһен астым. Эсенән төрөлгән бер ҡағыҙ сыҡты. Өҫтөнә ҡыҙыл яҙыу менән тәүхид кәлимәһе яҙылған ине. Һиндостан халҡы был ағасты изге тип һанап, ямғыр яумаған йылдарҙа уға һыйынып, ямғыр һорайҙар ине.

Имам Йафли ҙа үҙенең «Рава ул рияхин» тигән әҫәрендә шул ағас һәм уның емеше тураһында яҙған.

Йафли:

«Был ваҡиғаны Әбү Яғҡуб Зыяға әйтеп биргән инем, ул былай тине:

– Шуға хайран ҡалдығыҙмы, әфәндем? Мин даръянан балыҡ тотҡанда шундайҙы тоттом, ҡурҡып, уны кире һыуға аттым. Балыҡтың бер яғына асыҡ итеп тәүхид кәлимәһенең беренсе өлөшө, икенсе яғына иһә ҡалған өлөшө яҙылған ине.

890 йылда бер йөҙөм тәлгәше килтерҙеләр. Өҫтөнә ҡара төҫ менән

«Мөхәммәд» исеме яҙылған ине.

Ибне Туғруғ « Нутх-әл-мәүхум» әҫәрендә былай тип яҙа: «Бер утрауҙа ҙур бер ағас күрҙем. Уның бик күп матур, хуш еҫле япраҡтары бар ине. Осраҡлы рәүештә ағастың бер япрағында ҡыҙыл һәм аҡ төҫ менән яҙылған ғәрәп телендәге «Аллаһтан башҡа Илаһ юҡ...» «Мөхәммәд Аллаһтың рәсүле...» «Аллаһ алдындағы гүзәл дин – Исламдыр...», тигән һүҙҙәрҙе күреп, хайран ҡалдым.

 

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...