Аҡыл юҡҡа бирелмәгән...

Аҡыл юҡҡа бирелмәгән...

Аҡыл юҡҡа бирелмәгән...

“Йә, ҡәлептәрҙе (йөрәктәрҙе) Үҙгәртеүсе, мине үҙеңдең динеңдә нығыт” (Пәйғәмбәребеҙ хәҙисе (ӘтТирмизи)

Бөтәһе лә ғәҙеллекте һөйләй. Тик бөтәһе лә уны атҡара алмай. Эйе, беҙ яңылышабыҙ, ҡайһы саҡ саманан тыш, үкенескә ҡаршы. Гонаһлы аҙымды эшләр алдынан ул аҙымды яһамаҫҡа һәр кемдең мөмкинлеге бар. Бәндәгә шуның өсөн аҡыл бирелгән, тик аңына барып етәме? Әллә мин-минлек ҡамасаулаймы? Әйтәйек, үҙенең эске тауышын тыңлаймы? Һорауҙар күп, уйланған кешегә.

Үткәндәр хаҡында ла уйланырға, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен күҙ алдына килтерергә тейешбеҙҙер. Хаталар ҡабатланмаһын өсөн. Әгәр ҙә кеше үҙенә: “Туҡта, мин кем һуң әле, дөрөҫ юлдан бараммы?” − тигән һорауҙы ҡуя белмәй икән, ундай кешенән янындағыларға һәм тирә-йүнгә зыяндан башҡаһы булмаҫ. Бала тыуғанда, илап тыуа. Әйтерһең дә ул фани донъяла йәшәүе еңел булмаясағын аңлай. Ысынлап та, был донъя беҙҙең өсөн бирелгән һынау. Ә һынау үтеү бер ҡасан да еңел булмай. Тимәк, йәшәүе лә еңел булмаясаҡ. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе һынау донъяһында имтихан биреүселәр икәнебеҙҙе бер минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Әгәр рәхәтлек, ләззәт эҙләп кенә йөрөйбөҙ икән, тимәк, беҙ был донъяға ни өсөн килгәнебеҙҙе, йәғни сабый саҡта ни өсөн илағаныбыҙҙы онотҡанбыҙ. Кемдең кем булыуына, ҡайҙа, ниндәй дәрәжәлә икәнлегенә ҡарамаҫтан, уның кеше булып ҡалыуы мөһим. Аллаһу Тәғәлә Ҡөрьәндә (мәғәнәһе): “Беҙ кешене иң гүзәл һүрәттә яраттыҡ”, − ти. Кешенең ошо гүзәллеген юҡҡа сығарыусы сифаттарҙың иң яуыздары − йөрәкте кимереүсе ике ҡорт: көнсөллөк менән нәфсе. Әйтәйек, әгәр кеше, күңелендә көнсөллөк хисенең уянғанын һиҙеп ҡалып, уға үҫергә ирек бирмәй, күңеленән уны сығарып ырғытмаһа, ваҡыт үткән һайын, көнсөллөк ҡорто үҫкәндәнүҫер, шешек булып, бар тәнгә таралыр һәм, башҡаларға зыян килтереү генә түгел, кешенең үҙен дә ауырыуға һабыштырыр. Әлбиттә, башҡалар ҙа ундай кеше менән аралашыуҙан ҡасыр. Бында кемделер ғәйепләп, ситтән ғәйеплене эҙләү кәрәкмәй. Кеше юлды үҙе һайлай, уны берәү ҙә насар уйға дусар итмәй. Бында бары тик уйҙарыбыҙҙы контролдә тоторға, яҡшыға көйләргә генә кәрәк. Кешегә бит аҡыл юҡҡа бирелмәгән. Нәфсегә килгәндә, ул да башта күҙгә күренмәй. Әммә, әгәр бәндә уны ауыҙлыҡта тотмай икән, ул да тышҡа бәреп сығасаҡ. Йәғни кеше, нәфсеһенә эйәреп, һәр төрлө яҙыҡ ғәмәлдәр ҡыла башлай, яйлап был уның ғәҙәтенә инеп китә, аҙаҡ нәфсе елкәһенә менеп атланып, үҙе үк уны ауыҙлыҡлап ала һәм уның менән тулыһынса идара итә башлай.

Шулай итеп, кемдер эскелек һаҙлығына бата, кемдер зина ҡылыуға әүәҫләнеп китә, был ҡылығын йәш сағында төҙәтмәһә, олоғая килә, ул ауырыуға әйләнә. Берәүҙәр самаһыҙ байлыҡ йыйыуҙан бушай алмай, бер нисә ғүмерлек байлыҡ йыя. Олоғайғас та та был ғәҙәттән арына алмай. Һуңғараҡ, миңә байлыҡ кәрәкмәй − балаларыма, тип үҙ-үҙен алдап, еңеллек таба. Төрлө юлдар менән (хәрәмдән дә тартынмай) дәрәжәгә, карьераға ынтылыусыларҙы ла нәфсегә эйәреүселәр, тип атар инем. Әлбиттә, был − алма, беш, ауыҙыма төш, тип, ҡул ҡаушырып ултырырға саҡырыу түгел. Хәләл юл менән табылған бай, матур тормош алып барыусыларҙы һәр кем ихтирам итә. Түбәндәгесә фекер йөрөтөүселәр ҙә бар. Әйтәйек, кемдер берәү бай тормош алып бара икән, уны Аллаһу Тәғәлә ярата, тегенән дә, бынан да уға биреп тора, тиҙәр, ә ярлы кешене, имеш, Аллаһ яратмай. Был − төптө яңылыш фекер. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһтың яратҡан ҡолдары. Башта әйтеүемсә, был донъя − һынау урыны. Аллаһу Тәғәлә бәндәләрен төрлөсә һынай, берәүҙәрҙе – байлыҡ, берәүҙәрҙе юҡлыҡ менән. Дөрөҫөн әйткәндә, кеше бит йыш ҡына юҡлыҡҡа сыҙай, ә байлыҡҡа сыҙамай, шаша башлай − мәңгелеген онота, шулай итеп, һынауҙы үтә алмай, үҙ-үҙен һәләкәткә дусар итә. Һәр нәмәлә сама булһа, алдағы ысын тормошобоҙ − мәңгелегебеҙҙе йыш иҫкә төшөрөп, иманға килһәк, дин юлына баҫһаҡ, Аллаһҡа шөкөр итеп, Уның ҡушҡандары буйынса йәшәһәк, күңел тыныслығы табырбыҙ, киләсәгебеҙ ҙә яҡты, нурлы булыр! Ин шәә Аллаһ!.

САФИУЛЛА ҒАЙСИН

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...