“Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман тигән...”

“Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман тигән...”

“Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман тигән...”

“Аҡмулла нәсихәттәре” республика фольклор байрамы сиктәрендә Миәкә ерендә Мифтахетдин Аҡмулла музейын күреп ҡайтыу бәхете тейҙе.

 

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улына ҡағылышлы һәр экспонат яҡташтарының күңел йылыһы, яҡты хәтере, тәрән ихтирамы менән һуғарылған.

Күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла әүәл Бәләбәй өйәҙе, хәҙер инде Миәкә районына ҡараған Туҡһанбай ауылында 1831 йылдың 14 декабрендә донъяға килгән. Музейҙа шул осорҙағы йорт әйберҙәре, Аҡмулланың шәжәрәһе менән танышырға мөмкин.

Бәләкәй Мифтахетдин баш-ланғыс белемде атаһы Камалетдиндан ала. Артабан эргә-тирәләге Әнәс, Мәнәүезтамаҡ мәҙрәсәләрендә уҡый. Һуңынан данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһе шәкерте булып китә. Суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Шул осорҙағы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә ҡағылышлы фотоматериалдарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡараным.

Төплө ғилем алыу теләге Мифтахетдинды Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә алып килә. Бында ул ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнеүгә бик күп көс һала. Балта оҫтаһы һөнәрен дә үҙләштерә. Үҙе яһап алған ике ҡатлы арбаһына һандыҡ-һандыҡ китаптарын тултырып, йәйге осорҙа башҡорт, ҡаҙаҡ балаларын уҡытып йөрөй. Изге күңелле булғаны, дөрөҫлөктө һөйгәне, яҡтылыҡҡа өндәгәне өсөн ололап, ябай халыҡ уға Аҡмулла тигән исем бирә.

Музейҙа ошо Аҡмулла арбаһының макетын күрергә була. Шунда уҡ үҙ ҡулдары менән яһаған китап ҡуйыу өсөн ҡулайламаһы урынлашҡан. Был йыйылмалы конструкцияның бер бөртөк сөйһөҙ яһалыуы хәҙрәттең балта эштәренә лә шул тиклем оҫта булыуын күрһәтә.

Ижадында дөрөҫлөктө тура ярып әйтә алған, ҡыйыу йөрәкле шағирҙы, әлбиттә, күрә алмаусылар ҙа, аяҡ салыусылар ҙа була. Әммә билдәле ғалим Әхнәф Харисов билдәләүенсә, ул үҙенең “Бөтә ғүмере буйы башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар араһында уларҙың ғалим бер серҙәше булып, дәртле бер мәғрифәтсе дуҫы булып йәшәне. Үҙенең көслө шиғри шишмә ағышын халыҡтың көнкүреш рәүешенә, башҡорт менән ҡаҙаҡтың ярым күсмә тормошона ярашлы итеп борорға теләгәндәй, Аҡмулла илдән – илгә, ҡаланан – ҡалаға, ауылдан – ауылға, йәйләүҙән – йәйләүгә күсеп йөрөп ижад итте”.

Мифтахетдин Аҡмулла 1885 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһы янында мәкерле кешеләр ҡулынан фажиғәле һәләк була, шундағы мосолман зыяратына хөрмәтләп ерләнә.

Йәне күптән баҡыйлыҡҡа күсһә лә, саф күңелле дин әһеленең шиғри нәсихәттәре, Аллаһтың киң ҡөҙрәте менән, беҙҙе һаман да иманға саҡырыуын дауам итә:

Иң әүүәл кәрәк нәмә – иман тигән,

Ахирәт эштәренә инан, тигән.

“Хоҙай кисер!” – тигән менән эш бөтмәйҙер,

“Иман шартын”н өйрәнмәһә – Иван тигән...

 

Зөлфиә Ханнанова

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...


Файҙалы эликсир

Бары тик өс компоненттан торған был эсемлек бик күп ауырыуҙарға ҡаршы көслө ҡорал. Һарымһаҡ, бал һәм алма һеркәһенән торған ҡушымта – дауалау эликсиры. Ул иммунитетты нығыта һәм ҡанды насар холестериндан таҙарта. Күп ауырыуҙар аша һынау үткән. Ике аҙна өҙлөкһөҙ ҡулланғандан һуң, төрлө...


Ике бөйөк шәхес дуҫлығы

1891 йылдан ҡазый булып һайланған Ризаитдин Фәхретдинов, Аҡмулла менән был һөйләшеүҙән һуң, мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтановтың ризалығын алып, уның менән осрашыу мәжлесе ойоштора. Мәжлестә шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Хайрулла ахун һ.б. ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, зыялылар өсөн М. Өмөтбай менән Аҡмулла...


Люля-кебаб

650 г фарш  2 һуған  тоҙ, борос  тәмләткестәр  ләүәш (теләк буйынса)  6-8 ағас таяҡса   Маринадланған һуған:  1 һуған  1 балғалаҡ аш һеркәһе (9 %)   Әҙерләү: Фаршҡа ваҡ итеп туралған һуғанды, тәмләткестәрҙе ҡушып тасҡағыҙ, бер аҙ һуҡҡылап алығыҙ. Һуңынан ярты сәғәткә һыуытҡысҡа...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...