Һәр нимәлә мәслихәт

Һәр нимәлә мәслихәт

Бер утрауҙа ауыл булған. Ир-егеттәр балыҡ тотҡан, ҡатын-ҡыҙҙар баҫыуҙа эшләгән. Өйҙәренә бәлә килгәнсе, шулай йәшәгәндәр, көн күргәндәр.

 

Бер көн ауылдың бөтә ир-егеттәре балыҡҡа киткән, корабль ваҡытында әйләнеп ҡайтмаған. Ҡайғыға батҡан ауыл халҡы балыҡсыларҙы һыуға батты тип уйлаған. Аҙна буйы доғала булып, Аллаһу Тәғәләнән ярҙам һорап ялбырған. Көтмәгәндә, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәлгән, ауылда янғын сығып бер нисә өй янып бөткән. Шул ваҡыт ауылдың иң өлкән кешеһе: «Аллаһу Тәғәләнең һәр эшендә беҙ белмәгән мәслихәт бар. Тынысланығыҙ», – тигән. Халыҡ уғата ярһып: «Балыҡсылар ҡайтманы, етмәһә янғын, ә ул мәслихәт һөйләй», –тигән.

Ә инде иртәгеһен балыҡсылар ҡайтып еткәс, шатлыҡтарының сиге булмаған. Көслө томан, ел-дауылда аҙашҡан корабль, янғын ваҡытындағы төтөнгә ҡарап ҡайтыр юлды тапҡан.

 

Дини календарҙан

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...