Роберт Дәүләтшиндан 19 кәңәш

Роберт Дәүләтшиндан 19 кәңәш

Роберт Дәүләтшиндан 19 кәңәш

Бөгөн интернет йәмғиәтебеҙгә ныҡлап үтеп инде. Статистика буйынса илдә һәр өсөнсө кеше донъя селтәре менән даими ҡуллана. Бәләкәйенән алып олоһона тиклем хәҙер интернетта ултыралар.

Әлбиттә, интернет селтәренең яҡшы яҡтары бар. Мәҫәлән, алыҫ араны яҡынайтып, ситтә йәшәгән туғандар, дуҫтар менән аралашырға була, төрлө һорауҙарыбыҙға тиҙ арала яуап таба алабыҙ, интернетта яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә һәм ирекле эш табырға ла мөмкин. Кире яҡтарына килгәндә: интернет арҡаһында беҙҙең тере аралашыуға ваҡытыбыҙ ҡалмай, күп ваҡытты шунда мәғәнәһеҙ видеолар ҡарап үткәрәбеҙ, шул сәбәптән китап уҡырға ла ваҡыт ҡалмай, телмәребеҙ үҫмәй. Гаджеттар һаулыҡҡа кире тәъҫир итә: күҙ ауырыуҙары арта, умыртҡа бағанаһы зыян күрә. Иң ҡурҡынысы, кешеләрҙә интернетбәйлелек сире барлыҡҡа килде. Бынан беҙ иң башта балаларҙы ҡурсаларға тейешбеҙ. Уның өсөн балалар менән аралашырға, уларҙың көн графиктарын булдырырға һәм йәштәр араһынан миҫалдар күрһәтеп, уларҙан үрнәк алырға.

Башҡорт йәштәре араһында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, воркаут хәрәкәтен үҫтереүсе, айыҡ тормош һәм сәләмәт йәшәүҙе пропагандалаусы Роберт Дәүләтшин, ысынлап та, хәҙерге заман балалары өсөн бик яҡшы миҫал булып тора. Ул үҙен төрлө яҡлап үҫтерә, төрлө өлкәлә эштәр алып бара, шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙә лә йәштәр араһында мөһим булған темаларға файҙалы мәғлүмәттәр яҙа. Беҙ һеҙгә уның 19 кәңәшен тәҡдим итәбеҙ. Ул беҙҙең үҙебеҙ өсөн дә, балалар тәрбиәләгәндә лә, нимәгә нығыраҡ баҫым яһарға һәм ҡайһы өлкәлә үҫешеү кәрәклеген билдәләргә ярҙам итер, тип уйлайбыҙ.

1. Әгәр берәй нәмәне белмәһәң, бер ҡасан да: “Белмәйем”, − тип әйтергә оялма. Яңы белем алғанда ҡыйыу бул.

2. Күп һөйләүселәрҙе тыныслығың менән ең.

3. Һаулығыңды ҡара. Самалап аша, ураҙа тот, күнекмәләр эшлә. Йышыраҡ һәм бәләкәй йотомдар менән һыу эс.

4. Интернетһыҙ ҙа тормош бар. Әммә маҡсаттарға ирешеү өсөн интернет −бик ҡеүәтле инструмент. Файҙалы һәм отошло итеп ҡуллана бел.

5. Алышта һөйәктәреңде һындырырға ҡурҡма. Яуһыҙ еңелеүҙән ҡурҡ.

6. Тырнаҡтарыңды буяма.

7. Кешеләргә аяҡ кейемен алмаштырыу хас. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны атлап китеп барғанда уҡ эшләй. Аяҡ кейемдәреңде таҙа тот.

8. Юғары маҡсаттар менән йәшә.

9. Ике телдә генә булһа ла, дөрөҫ итеп яҙырға өйрән. Шулай һөйләшергә лә өйрәнерһең.

10. Сит телдәрҙе өйрән. Бигерәк тә инглиз телен.

11. Keep your suit jacket pocket sewn up.

12. Әгәр телде белмәһәң, һүҙлектәр ҡуллан.

13. Шәхси тормош бөтә халыҡҡа асыҡ булырға тейеш түгел. Социаль селтәрҙә бөтөн тормошоңдо күрһәтеү мотлаҡ түгел.

14. Айыҡ тормош менән йәшә. Мотлаҡ!

15. Тәмәке, калъян һәм башҡа электр тәмәкеләрҙән ирекле бул.

16. Медицина ярҙамын күрһәтергә өйрән.

17. Әгәр һуңлай башлаһаң, быны матур итеп эшлә − барыһының да иҫендә ҡалырлыҡ булһын. Иң яҡшыһы − алдараҡ килеү.

18. Бәйләнештә (ВКонтакте) селтәренән үҙеңдең тыуған көнөңдө алып ташла һәм тыуған көнөңдө үткәрмә. Кемдәр һинең тыуған көнөңдө иҫләй, шуларҙы билдәлә.

19. Йылмай.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА ӘҘЕРЛӘНЕ

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...