“Йылҡы аҫырау – ныҡ сауаплы!...”

“Йылҡы аҫырау – ныҡ сауаплы!...”

“Йылҡы аҫырау – ныҡ сауаплы!...”

Йылҡы малының файҙаһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Аллаһтың Рәхмәте менән был һоҡланғыс малҡай беҙгә бик борондан хеҙмәт итә. Һәм был Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк. Шулай уҡ ожмах әһелдәренә бүләк ителәсәк аттар тураһында имам Әт-Тирмизиҙан килтерелгән хәҙис бар: «Бер бәҙәүи, аттарҙы ныҡ яратам, улар Йәннәттә осрармы икән, тип Аллаһ Рәсүленә ﷺ һорау биргән. Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм уға шундай яуап ҡайтарған: “Ожмахта яныңа ҡанатлы шәп ат килтерерҙәр, һәм, уға атланып, ҡайҙа теләйһең, шунда осоп ҡына барып етерһең».

“Мәңгелек төйәкте йәмләр малҡайҙың матурлығына битараф кешеләр юҡтыр, моғайын,” – ти күптән түгел йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башлаған йәш эшҡыуар, Асҡын егете Илназ Харисов. Ошо тармаҡты үҫтереүгә бүленгән хөкүмәт ярҙамына таянып, үҫмер сағынан йөрәген өйкәп, тынғылыҡ бирмәгән хыялын тормошҡа ашырған тәүәккәл ир ул. Халҡыбыҙҙың бик боронғо кәсебе − йылҡысылыҡҡа йөрьәт иткән Илназдың хужалығында бөгөн дүрт тиҫтәнән ашыу ат.

Илназға 27 йәш, һыбай йөрөүенә ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп киткән. Ат йәнле икәнлеге әллә ҡайҙан уҡ күренеп тора, беҙҙең менән һөйләшкән арала янындағы атын бер туҡтауһыҙ һыйпаны, иркәләне, малҡайҙан нурлы ҡарашын алманы. «Атҡа һөйөү йөрәгемдә мәктәпкә барғансы уҡ яралғандыр, − тип йылмайып, һүҙен башланы йәш кеше. − Ҡартатайым гел ат аҫраны, шуға йылҡы малынан бер ҡасан да өҙөлмәнек, тиһәң дә була. Һыбай йөрөүҙең нескәлектәренә көтөү көткәндә төшөнгәнмендер, быуыным нығынғас, был спорт төрөнә мөкиббән атайым мине һәм аҙаҡ ҡустымды һабантуйҙарға әҙерләй башланы. 7-се синыфтан алып бөгөнгә тиклем ат сабышында ҡатнашып, ғаиләбеҙ менән гел призлы урындар яуланыҡ. Хәҙер көсөбөҙҙө «Терра Башкирия"ла һынайбыҙ, сығыштарыбыҙҙан ҡәнәғәтбеҙ. Үҫмер сағымдан уҡ аттар тип яндым, фермер булыу теләге лә йөрәгемдә тап шул мәлдә тоҡанғандыр. Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында инженер-экологҡа уҡыған сағымда был матур ниәтем нығынды ғына. Ниһайәт, хыялымдың тормошҡа ашыуына бәхетлемен. Ауыр эштән ҡурҡмайым! Беләһегеҙме, килемгә ҡарағанда, мин аттың матурлығына хайранмын, мөкиббәнмен. Әле ул килемгә еткәнсе эшләргә лә эшләргә беҙгә!»

Ильназ Харисов

Элекке эшен дә ташламаған йәш кеше, ике йүнәлеште лә ҙур теләк менән алып бара: машиналар менән эше − баш ҡалала, малдары − ауылда. Шуға ла Өфө менән Ҡарткиҫәге араһы тап-таҡыр, баш ҡалала йөрөгәндә айғыр-бейәләргә атаһы Вадим Әлфис улы күҙ-ҡолаҡ. Йүнсел хужаларға ат йәнле күршеләре Әхәт Гәрәев та ярҙам итә.

Вадим Әлфис улы һөнәре буйынса педагог, сирек быуаттан ашыу Иҫке Ҡарткиҫәк ауылы мәктәбе уҡыусыларына физик тәрбиә бирә. Намаҙға баҫыуына 20 йыл, дини ғилем дә алған.

Мосолмандар араһында һыбай йөрөүҙең фазиләтен инҡар итеүселәр юҡтыр. Ул һөйөклө Рәсүлебеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең Сөннәтендә хуплана. Ҡөрьән-Шәрифтә лә был турала әйтелгән: «Менеп йөрөр өсөн, матурлыҡ өсөн Ул һеҙгә йылҡы, ҡасыр, ишәктәрҙе бар итте» («Ән-Нәхл»сүрәһе, 8-се аят).

Вадим Харисов

Һыбай йөрөгәндә кешенең бөтә мускулдары ла эшләй, тимәк, спорттың был төрө менән күнеккән кеше сыҙамлы һәм ныҡ була. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Ғаиләңә ваҡыт бүлеп, уҡтан атырға, һыбай йөрөргә һәм йөҙөргә өйрәнеүҙән тыш, Аллаһтың исеме телгә алынмаған башҡа шөғөлдәр − күңел асыу ғына». Ат һөйкөмө ҡағылған Харисовтар ҙа ошо файҙалы шөғөлдө үҫтерә, йәш спортсылар тәрбиәләй. «7-се синыфта уҡыусы Ильяс Миңлеғәлиев һәм Ильяс Хамматовтар ҙа ныҡ булыша, төрлө ат сабыштарында, ярыштарҙа ҡатнаша, беҙ уларҙы «ике Ильяс» тип тә яратып йөрөтәбеҙ, − тип һүҙен хужалыҡтың спорт тормошона йүнәлтте Вадим Әлфис улы. − Ат тураһында күп хәҙистәр ҙә бар бит. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Аттың маңлай ялынан Ҡиәмәткә ҡәҙәр бәрәкәт китмәҫ», − тигән. Шуға күрә беҙҙең атҡа бәйле эштәребеҙ ғәйәт күп. Байтаҡ һабантуйҙарҙа еңеүсе булып торабыҙ, быйыл йәй ҙә беренселекте алдыҡ. Ҡулдан килгәнсе артабан да бәйгеләрҙә уҙышырға, еңергә ине, ин шәә Аллаһ! Атҡа атланғас, үҙем дә зекерҙән өҙөлмәҫкә тырышам, бер туҡтауһыҙ тәсбих уҡып, һәр ваҡыт Пәйғәмбәребеҙ ﷺ һәм уның сәхәбәләренең, нисек итеп һыбай йөрөгәндәрен, уҡтан атҡандарын күҙ алдыма килтерергә тырышам. Әлхәмдүлилләһ, был Сөннәтте беҙ ҙә тергеҙәбеҙ, ғәмәлдә ҡуллана башланыҡ! Ни тиһәң дә, һыбай йөрөү илһамландыра бит!»

Эйе, ат ҡараусының уйҙары яҡты, ваҡыты сауаплы! Бағыусыһына күп шатлыҡ-һөйөнөс килтерә йылҡы малы. Аҡыллы мал эйәһенә ҡағылышлы тағы бер хәҙис: «Ат аҫраған йорт эйәләренең аҡылына шайтан бер нисек тә тәьҫир итә алмай». Аллаһтың сикһеҙ бүләктәре өсөн рәхмәтле булып, йөрәктәребеҙгә һалынған ихлас һөйөүгә ирек биреп, асылыбыҙға ҡайтып, беҙгә аманат итеп бирелгән тоғро һәм талымһыҙ аттарға, бөтә йән эйәләренә Харисовтар кеүек һәр ваҡыт ҡәҙер, һаҡсыл ҡараш күрһәтеп йәшәйек!!!

Светлана Ғәлиуллина, Асҡын районы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...