Динле ғаилә - көслө ғаилә

Динле ғаилә - көслө ғаилә

Аллаһу Тәғәлә изге Ҡөрьәндә әйтә: «Ысынында, Аллаһ кемде теләй шуны тура юлға йүнәлтер» (Ән-Нур сүрәһе, 46-сы аят). Беҙҙең таныштар араһында был һүҙҙәргә дәлил булырлыҡ күп кенә миҫалдар бар.

Лилиә менән Рәсүл Садиковтарҙың ғаиләһе тап шундайҙарҙың береһе. Улар, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юлды, хәҡиҡәтте эҙләп, тормоштарын үҙгәртәләр. Рәсүл сығышы менән Бүздәк районынан. Ул ябай эшсе ғаиләһендә үҫә. Бәләкәйҙән дин менән ҡыҙыҡһына. Әммә ауылдарында мәсет булмағанлыҡтан динде төплө итеп өйрәнә алмай. Мәктәпте тамамлағас, Рәсүл ислам университетына уҡырға инергә уйлай. Тик ата-әсәһе ҡаршы төшә. Шуға күрә ул нефть колледжына инә. Уны тамамлағас, Себер яғына эшкә сығып китә.Тиҙҙән Рәсүл үҙенең ауылынан Лилиә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп ала. Бер-бер артлы ике малайҙары тыуа. Эш, ғаилә мәшәҡәтенә ҡарамаҫтан, Рәсүлдең күңелендә дингә ҡарата барыбер ҙә ҡыҙыҡһыныуы юғалмай.

Тормошта үҙ белгәндәрен үтәргә тырыша. 29 йәшлек Рәсүл өсөн 2012 йыл үҙгәрештәр ваҡыты була. Ул үҙҙәренең район үҙәгендәге мәсеттә дини белем ала башлай. «Бер мәл төнөн Аллаһ алдында ҡурҡыу тойғоһонан уянып киттем. Күңелемдә,”намаҙға баҫ, намаҙға баҫ”, тигән уйҙар тынғы бирмәне», − ти ул. Шул көндән алып Рәсүл намаҙҙарын ҡалдырмай. Уның хәләл ефете шул үҙгәрештәр осорон бик ҡыуанып иҫкә ала. «Рәсүл, бер вахтанан йөрөп ҡайтҡас, һүгенмәй башланы. Киләһе вахтанан һуң тәмәкеһен ташланы, өсөнсө тапҡыр эштән ҡайтҡанда эсмәй ине. Шунан һуң бар кредиттарын япты. Уның холҡо ҡырҡа яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе», − тине Лилиә. Күпмелер ваҡыттан һуң Рәсүл тыуған ауылында мәсет төҙөргә була. Бөтөн финанс һәм ойоштороу мәсьәләләрен ул үҙ өҫтөнә ала.

Өс йыл эсендә мәсет төҙөлөп бөтә. Бөгөн дә уның ишектәре асыҡ. Рәсүл хәләл ефетен дә яйлап дин менән таныштыра башлай, уны мәсеттәргә алып йөрөй. «Мин дә дини яҡтан наҙан инем. Мәсеттә мин беренсе тапҡыр намаҙ уҡығандарын күрҙем. Быға тиклем, намаҙҙы тик байрам ваҡытында ғына һәм тик ирҙәр генә үтәргә тейеш, тип уйлай торған инем». Бер йылдан һуң Лилиә намаҙға баҫа. Шул ваҡытта ул да тормошондағы үҙгәрештәрҙе һиҙә башлай. Өс көндән һуң уны эшендә үрләтәләр, аралашҡан кешеләр араһында ла үҙгәрештәр күҙәтелә. Артабан 2015 йыл Рәсүл өсөн бик мөһим йыл була. Башта ул ғаиләһе менән Өфөгә күсә. Шунан ул хаж ҡыла. «Ул осорҙо тасуирлап аңлатып булмай. Әммә хаждың һәр мәле һаман да күҙ алдында тора», − ти Рәсүл.

− Яңы ғына дингә килеүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? Рәсүл: «Үҙ алдығыҙға һәм интернет аша динде өйрәнмәгеҙ. Миҫал итеп мин гел хирургия өлкәһен килтерәм. Берәү ҙә үҙ-үҙенә операция яһамай бит». Лилиә: «Аллаһу Тәғәлә юлында аҡса сарыф итергә ҡурҡмағыҙ. Аллаһ һеҙгә күпләп кире ҡайтарыр һәм бәрәкәт булыр».

− Исламда һеҙгә нимә оҡшаны? Рәсүл: «Дин арҡаһында мин 180 градусҡа үҙгәрҙем». Лилиә: «Беренсенән, Исламда мосолмандар араһындағы берҙәмлеккә минең иҫем китте. Икенсенән, Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ әйткәндәрен тағы ла күберәк үтәй башлаһаң, йәшәүҙең ләззәте арта. Шулай уҡ беҙҙең иптәшем менән уртаҡ темалар барлыҡҡа килде».

− Хәҙер һеҙ дини ҡанундар буйынса йәшәйһегеҙ. Ниндәйҙер ҡыйынлыҡтары бармы?

Рәсүл: «Хәҡиҡәтте аңлаһағыҙ, хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итер”, − тигән Ғайса пәйғәмбәр. Нимәнән ирекле итер һуң? Кешене уратып алған бар гонаһтарҙан. Минең фекеремсә, дин буйынса йәшәү тормошто күпкә еңеләйтә». − Эштә һеҙ ғибәҙәткә нисек форсат табаһығыҙ? Рәсүл: «Мин Красноярск крайында газ өлкәһендә эшләйем. Аллаға шөкөр, эштә намаҙ үтәргә мөмкинлек бар». Лилиә: «Мин − белемем буйынса фельдшер. Икенсе улым тыуғас, иптәшем эшкә сығырға ҡушманы. Бынан ике йыл элек өсөнсө улыбыҙға әсәй булдым. Шуға хәҙер хиджама менән шөғөлләнәм, һөлөк һалам һәм балаларға массаж яһайым. Ял көндәрендә мәсеткә дәрескә йөрөйөм».

− Хәҙерге көндә ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?

Рәсүл: «Минең иң төп маҡсат − Аллаһу Тәғәләнең ярлыҡауына ирешеү. Шунан хәләл ефетем менән хаж ҡылыу һәм тағы, мөмкинлек булһа, мәсет төҙөү».

Лилиә: «Туғандарыма динде еткереү, дөрөҫ итеп аңлатыу. Балаларымды динле итеп үҫтереү». Шулай итеп Садиковтар ғаиләһе менән әңгәмәне тамамланыҡ. Уларға ике донъя бәхете, тәүфиҡ, бәрәкәт, иман ныҡлығы теләйек. Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Стәрлебаш мәҙрәсәһе

Стәрлебаш – элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Архив материалдары буйынса, Стәрлебашта тәүге мәҙрәсә 1720 йылда асыла. Уға Дәүләт Думаһы ағзаһы Мөхәмәтшакир Туҡаев нигеҙ һала.   Мәҙрәсәлә көслө дин әһелдәре белем бирә. Әммә мәҙрәсә Ниғмәтулла Биктимер улы Туҡаев (1772-1844 й.) һәм...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...