Бер-беребеҙҙе яратайыҡ!

Бер-беребеҙҙе яратайыҡ!

Бер-беребеҙҙе яратайыҡ!

Сәфәрҙә йөрөгәндә йыш ҡына бик ҡыҙыҡлы кешеләр осрай. Кем менән һөйләшһәм дә, ниндәйҙер фәһем алырға, бәйән ителгән ваҡиғаларҙың айышына төшөнөргә тырышып, уйланырға ғәҙәтләнеп киттем. Сираттағы сәфәрҙәшем Силәбе тарафтарында йәшәүсе Мөхәммәт (Димйән) хәҙрәттең күңел донъяһын биләгән уйҙарҙы һеҙгә лә еткерергә булдым. Уның һөйләгәндәрен уҡып, үҙегеҙ фекер төйнәрһегеҙ, моғайын.

“Беҙҙең Силәбе яҡтары бик бай тарихлы. Был аҫаба башҡорт ерҙәре үҙенең ҡуйынында бик күп әүлиәләр ҡәберен һаҡлай. Шуларҙың береһе Ғәбделхәким әл-Сарҙаҡлы ишан. Нәҡшбәндиәмүджәдидийә тәриҡәте шәйехе булған Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев − бик абруйлы дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың тәүге остазы ла. Уның тураһында, иртәнге намаҙҙы – өйөндә, ә өйлә намаҙын Мәккәлә уҡый торған булған, тип һөйләйҙәр. Ул Арғаяш районы Әйбәт ауылында ерләнгән. Ғәбделхәким хәҙрәт үҙен Дөйә түбәһе башына ерләргә ҡушҡан булған, әммә уның аманатын үтәргә ирек бирмәгәндәр, ауыл зыяратына ҡуйҙыртҡандар. Шәйех бик консерватив ҡарашлы суфый булған, шуға ла яңылыҡҡа ынтылыусы Зәйнулла Рәсүлев Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә үҙенә икенсе остаз һайлаған һәм Төркиәләге шәйех Зияутдин Көмөшхәнәүиҙең мөрите булып киткән. Әммә ниндәй генә юғарылыҡтарға күтәрелмәһен, Зәйнулла ишан тәүге остазына һәр ваҡыт оло ихтирам менән ҡараған. Йәш саҡта Ғәбделхәким ишандың ҡарашын дауам иткән бер өлөшлө бәндә менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе миңә. Мөхәммәтйософ ине уның исеме. Һаҡаллы, ҡаҡса кәүҙәле ине. Оҙон ситек кейә ине, Ғөмүмән, боронғоса кәзәкейҙәр кейеп йөрөр булды. Хатта һөйләшеүе лә башҡасараҡ, сөнки телмәре дини һүҙҙәргә бик бай ине. Динде ныҡ тотоп йәшәне. Өйө мәсет һымаҡ ине. Мин уның менән ныҡ аралаштым. Уға барған һайын ниҙер өйрәттә лә: “Бөгөнгә етте. Мин һиңә күтәрә алырлыҡ ҡына бирәм”, – тип ҡайтарып ебәрә ине. Бер көндө: “Улым, Пәйғәмбәребеҙe хаҡ динде сәхәбәләренә өйрәткән, сәхәбәләр – тәбиғиндәргә, тәбиғиндәр – әт-тәбиғиндәргә өйрәтеп ҡалдырған. Мин әттәбиғиндәрҙән өйрәндем. Уларҙы күргәс, мин Пәйғәмбәребеҙҙе e күргән кеше кеүек булам. Ҡиәмәттә һин миңә килерһең, мин һине Пәйғәмбәребеҙe янына оҙатырмын”, – тине. Мөхәммәтйософ быуай галстук таҡманы. Уны, шайтан кейеме, тиер ине. Микрофондан һөйләгәнде лә яратманы, шайтан ҡушыла, тине. Магнитофонды ла үҙһенмәне. Енле, тип, машинаға ла ултырманы, ат менән йөрөүҙе өҫтөн күрҙе.

Минең Абдулла ҡарттайым Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерте булған. Өлкәндәрҙең белеме бик көслө ине. Янғын-фәлән сыҡһа, тәкбир әйтеп, таяғын ырғыта ла һүндерә ине улар. Малды ла гел доға менән көттөләр. Гел уларға салауат уҡырҙар ине. Мин үҙем дә хәҙер кәзә малдары тотам. Уларҙы салауат уҡып сығарам. Шулай итһәң, улар игенгә кермәйҙәр, ситенән генә үлән ашап йөрөйҙәр. Башҡорт кешеһе борондан бик иркен йәшәгән. Дәүләтле кеше булған. Өйөр-өйөр аттары булған. Йүгән күрмәгән айғырҙарға хатта ҡатын-ҡыҙҙар һикереп менеп, өйрәтеп, шунда уҡ йүгәнгә керетеп, егеп, башҡа халыҡтарға биреп ебәргән. Беҙ шундай ҡеүәтле, шундай диндар халыҡ булғаныбыҙҙы белеп йәшәргә тейешбеҙ. Һәм киләсәктә лә көслө ҡәүем булыр өсөн берберебеҙҙе ныҡ яратырға тейешбеҙ. Дини яҙмаларҙа әйтелгән бит: “Һеҙ бер-берегеҙгә ҡаты булһағыҙ, арағыҙға ҡаты бәғерле кешеләр ебәререлер”, – тип. Беҙҙең халыҡ һуңғы арала бер-береһенә ныҡ ҡаты бәғерле. Башҡорт кешеһе фәрештәгә яҡын кеше, сөнки ихласлығы көслө. Бөтә нәмәне ихлас эшләгәнгә күрә, эсә башлаһа, туҡтай алмай. Беҙҙең халыҡҡа бөтөнләй эсергә ярамай! Дошманлашһа ла, ихлас дошманлаша. Ихлас яҡшылыҡҡа бирелһәң, бик һәйбәт, ихлас насарлыҡҡа бирелһәң, бик насар. Халыҡ бит бер-береһенә этлек теләп, иң тәүҙә бер-береһен бөтөрә, аҙаҡ уны башҡа халыҡтар бөтөрә. Шуға ла милләтебеҙҙе һаҡлауҙың иң хаҡ юлы – иң тәүҙә бер-беребеҙҙе яратырға өйрәнеү...”

ЗӨЛФИӘ ХАННАНОВА ЯҘЫП АЛДЫ

2026-03-01 (Рамаҙан, 1447 йыл.) №3.


Мәзин олатай

Беҙ бала саҡта ауылыбыҙ менән уны, Мәзин олатайыбыҙ, тип кенә йөрөттөк. Ғәлимйән Абдулла улы 1881 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Абдулла Аблаевтың өс улы: Ғәлимйән, Ахунйән, Хәкимйән һәм Кинйәбикә исемле ҡыҙы була. Уландары ла, аталарына оҡшап, дин юлын яҡын...


«Ҡөрьән менән көнөм бәрәкәтле үтә!..»

Изге Рамаҙан – Ҡөрьән айы. «Ҡөрьәнде өйрәнгән һәм Ҡөрьәнде өйрәткән кешеләр – арағыҙҙағы иң хәйерле кешеләр», – тиелә хәҙистә. Изге Китапты уҡыу – оло ғибәҙәт. Ҡөрьән уҡыуҙың ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп үтәйек. Рубрикабыҙҙың ҡунағы –...


Иманлы силсәүит

«Батырҙың даны алдан йөрөй» тигән бик шәп бер мәҡәл бар башҡорт халҡында. Батырҙың ғына түгел, йүнле етәксенең дә даны алдан йөрөйҙөр, тип уйлайым. Һәр хәлдә үҙе менән осрашҡанға тиклем Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Зәйнуллина тураһында күптән хәбәрҙар...


Талут батша һәм Дауыт

Бер ваҡыт Талут ҡунаҡ йыя һәм кейәүе Дауытты ла саҡыра. Ҡунаҡтар таралышҡас, Дауытҡа йоҡлар урынын күрһәтә. Дауыт Талутҡа ышанмай һәм йәйелгән урынға буҙалы ҙур турһыҡты һала ла өҫтөнә юрған ҡаплай, ә үҙе ситкәрәк китеп күҙәтеп тора.   Төн уртаһында Талут килә, Дауытты үлтерергә теләп,...


Ғәйет намаҙын үткәреү тәртибе

Рамаҙан-шәриф айы тамамланғас, шәүүәл айының беренсе көнөндә (ул быйыл 20 мартҡа тура килә) Ураҙа байрамын, ғәрәпсә әйткәндә, Ғийдүл-Фитрҙы, билдәләйәсәкбеҙ, ин шәә Аллаһ Рахмән! Был көндө матур итеп үткәрергә тырышырға кәрәк. Шуға күрә беҙгә байрам көнөндә ниҙәр эшләргә икәнен, ғәйет намаҙының...