Ҡиблаңа әҙәп һаҡла!

Ҡиблаңа әҙәп һаҡла!

−Ҡөрьәнгә ҡарата күрһәтелгән әҙәпте белем алғанда ла ҡулланырға кәңәш итәм. Ҡиблаға табан боролоп өйрәнелгән ғилемдең бәрәкәте ҙур, − тип йомғаҡлап ҡуйҙы бер көндө дәресен яратҡан мөғәллимәбеҙ Ләйсән.

Әлбиттә, йәш булһа ла, ифрат аҡыллы, һәр кемгә ихтирамлы һәм иғтибарлы уҡытыусыбыҙҙың һәр бер һүҙе алтынға бәрәбәр, кәңәштәре урынлы һәм ҡәҙерле, һабағы − баһалап бөткөһөҙ. Иң мөһиме − хазинаға тиң һәр һүҙе йөрәгебеҙгә инеп уйылып ҡала. Ошо һүҙҙәре лә тап шулай оҙаҡ уйландырҙы, төрлө хистәр уятты. Иң башта күҙ алдымдан уҡыған мәктәбем, университетым үтте. Минең һәм класташтарымдың тәүге өс йылы төньяҡ-көнбайышҡа табан ҡарап, йәғни ҡиблаға һул яғыбыҙҙы ҡуйып үткән икән. Дүртенсе синыфтан һуң мәктәпте тамамлағансы төрлөсә, Ҡәғбәтуллаға турараҡ ҡарап та, һул йәки уң иңебеҙ менән дә белем тауына артылғанбыҙ икән. Ҡырҡты уҙғас, ҡараштарыбыҙҙы изге йортобоҙға тура йүнәлткән саҡта белем башыбыҙға нығыраҡ һеңгән, ул дәрестәрҙә иплерәк тә, шаярыуыбыҙ ҙа самалы булған икән, тигән көтөлмәгән һығымтаға килдем.

Эстән генә мәктәптең иң осонда урынлашҡан ун икенсе һанлы кабинетты ла байҡап сыҡтым. Тар ғына бүлмәлә рәсем, черчение, ҡайсаҡта урыҫ теле һәм математика дәрестәре үтә торғайны. Унда беҙ гел ҡиблаға артыбыҙ менән ултырғанбыҙ икән. Йылдар үткәс кенә, хаттин ашҡан шуҡлығыбыҙҙың, туҙға яҙмаған ахмаҡлыҡтың айышына төштөм, ниһайәт. Класҡа индермәҫ өсөн, ишекте тартҡылап, яңыраҡ ҡына институт тамамлап, беҙҙең мәктәптә рәсем һәм һыҙма дәресен уҡыта башлаған ағайыбыҙҙы маҙаһыҙлауыбыҙ, аҙаҡ директорҙан тәҙрә аша һикереп тайыуыбыҙ өсөн һаман оят үҙемә. Йәш, һылыу ғына уҡытыусыбыҙ әҙәпһеҙлеккә түҙмәй, шул уҡ йылда мәктәптән китте һәм шул көндән бер ҡасан да уҡытманы. Оҙаҡ йылдар дауамында уны урамда осратҡан һайын, ғәрлегемдән ер тишегенә инеп китерҙәй инем. Баяғы күңелһеҙ ваҡиға һаман күҙ алдымдан китмәй ыҙалатты. Өс тиҫтәнән ашыу йыл үткәс кенә, сәсенә сал төшкән уҡытыусыбыҙҙан бөтәбеҙ исеменән ғәфү үтендем. Әллә, ысынлап та, онотҡан инде, әллә һыр ғына бирмәй, һәр хәлдә ни өсөн икәнлеген минән төпсөнмәне лә, ғәфү үтенеүемә ғәжәпләнеп ҡараны.

Унынсы синыфта беҙҙе математиканан мәктәптең иң көслө уҡытыусыһы уҡыта башланы, беҙҙе рейтинг системаһы буйынса баһалауға күсермәксе ине. Беҙ яңылыҡтан, тағы ла тырышыбыраҡ уҡыуҙан ҡурҡыпмы икән, алдынғы мөғәллимдән баш тарттыҡ, директорыбыҙ менән ошо турала етди һөйләшеү тап ошо бүлмәлә булды. Уның өсөн дә ныҡ оят. Урыҫ теле дәресендә мине бер туҡтауһыҙ арттан төрткөләп ултырған әхирәтемде лә тап ошонда рәнйеттем. Яҡын кешем был турала онотһа ла, был ваҡиға һаман иҫкә төшөп, тынғы бирмәй, йөҙөмдө лә буҙарта шикелле, һәр хәлдә шулай тоям. Университеттағы лекцияларыбыҙ ҙа изге йортобоҙға артыбыҙ менән яҙылған икән. Шуға ла шул йылдарҙа өйрәнгән фәндәрҙең байтаҡ өлөшө онотолған, башыма һеңмәгән, күрәһең. Дипломым буйынса бер көн дә эшләмәгәнгә лә, бәлки, шулайҙыр. Шуларҙы күҙҙән үткәреп, хәҙер ябай ғына китапты, гәзитте лә Ҡәғбә йүнәлешенә ҡарап уҡырға тырышам. Йәнәш булғанда, былтыр көҙ уҡырға барған улыма ла дәрестәрен ҡиблаға ҡарап әҙерләргә ҡушам.

Пандемия арҡаһында баламдың мәктәбенә лә ингәнем юҡ. Беренселәр быйыл − ике класс. Беҙҙең 1-се А-ның тәҙрәһе ҡояшлы яҡҡа ҡарай, тимәк, бәпесем ҡиблаға табан боролобораҡ ултыра, тип һөйөнөп ҡуйҙым. Бер көндө улымды белем усағына оҙатҡанымда 1-се Б класының бүлмәһен шәйләп ҡалдым һәм ... күңелем төштө. Белем донъяһына әле генә аяҡ баҫҡан балалар ҡиблаға арты менән ултыра ине.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...