Ожмахта ла бергә булайыҡ!

Ожмахта ла бергә булайыҡ!

Ожмахта ла бергә булайыҡ!

 

أَعُوذُ بِكَلِمَاتِ اللَّهِ التَّامَّاتِ مِنْ غَضَبِهِ وَعِقَابِهِ وَشَرِّ عِبَادِهِ وَمِنْ هَمَزَاتِ الشَّيَاطِينِ وَأَنْ يَحْضُرُونِ

 

Әғүүҙү бикәлимәәтил- ләәһит- тәәммәәти мин ғадабиһи үә ғиҡаабиһи үә шәрри ғибәәдиһ, үә мин һәмәзәәтиш- шәйәәтыыни үә ән йәхдуруун.

Мәғәнәһе: «Аллаһтың камил һүҙҙәренә Уның асыуынан, язаһынан йәнә бәндәләренең яманлығынан һәм шайтандарҙың үәсүәсәһе менән уларҙың миңә килеүенән һыйынамын».

Насар йәки мәғәнәһеҙ төш күргәндә киләһе нәмәләр мөстәхәб һанала:

а) һул яҡҡа өс ҡат (әҙләп «түф- түф» тип, төкөрөк сәсмәй) төкөрөү;

б) шайтандан һәм төшөңдә күргән нәмәнең яманлығынан Аллаһҡа һыйыныу (3 ҡат уҡырға);

в) күргән төшөңдө берәүгә лә һөйләмәү;

г) икенсе яғыңа әйләнеп ятыу.

Тороп нәфел намаҙ уҡыу ҙа кәңәш ителә.

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...